Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
13 Сентябрь 2022, 11:35

Клиенттарым илһам бирә

13 сентябрҙә бөҙрәхана сәнғәте оҫталары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Беҙҙең заманда – ул бик кәрәкле һөнәр. Үҙ эшенең ысын оҫталары хатта мөмкин булмаған урында ла матурлыҡ тыуҙыра.

Клиенттарым илһам бирә
Клиенттарым илһам бирә

Беҙҙең районда яҡшы һәм тәжрибәле сәс киҫеүселәр күп. “Престиж” матурлыҡ салонында эшләүсе Регина Хөрмәтуллина – шундай оҫталарҙың береһе.
Ул бәләкәй саҡтан уҡ матур итеп прическалар эшләргә ярата.
– Һеңлемдең нисек сәсен ҡырҡҡанымды яҡшы хәтерләйем, – ти Регина Миңлейән ҡыҙы. – Училищела уҡыған саҡта әхирәттәремдең сәстәрен буята торғайным. Һуңынан, кейәүгә сыҡҡас, ике ҡыҙымдың сәстәрен төрлөсә итеп йыйҙым.
Ирҙәр прическаһында һүрәт һәм биҙәктәр төшөрөргә иремдең сәсендә тәжрибә тупланым. Ул бер ҡасан да минең модель булыуҙан баш тартманы.
Мәктәпте тамамлағас, бухгалтер һөнәрен алып сыҡтым, әммә был эш миңә ҡәнәғәтлек килтермәүен аңланым. Бер нисә ойошмала эшләп, күңелемә оҡшаған эш табырға тырыштым. Әммә парикмахер булып киткәс кенә үҙемде таптым һәм бына өс йыл кинәнеп эшләйем. Йыл һайын квалификациямды күтәрәм, заман менән бергә атларға, мо-данан ҡалышмаҫҡа тырышам. Хәҙер модала балаяж, омбре, аиртач һәм башҡа стилдәге сәстәрҙе ҡатмарлы буяу төрө бар. Бер үк ваҡытта ҡаш буяу һәм матурлау менән шөғөлләнәм.
Минең даими клиенттарым бар, уларҙы алдан яҙылыу буйынса ҡабул итәм. Эш көнө иртәнге сәғәт 9-ҙа башланып, киске 6-ла тамамлана. Әлбиттә, ҡалып эшләргә, ә ҡайһы берҙә ял көндәрендә лә сығырға тура килә, әммә был миңә ауыр түгел. Минең маҡсатым – һәр клиент ҡәнәғәт булһын. Һөнәрем, айырыуса, хеҙмәтемдең ыңғай һөҙөмтәһе оло кинәнес килтерә, клиенттарым илһам бирә.
Кешеләрҙең нимә теләгәнен аңлата алмаған осраҡтары ла бар, шуға күрә әңгәмә барышында уларҙың теләген асыҡлайһың, тыңлайһың. Клиентты йылы ҡаршы алыу, уның теләктәрен йылмайып, аңлап тыңлау мөһим. Бына шундай ижади һәм күп яҡлы парикмахер эше. Өлгәшелгән кимәлдә туҡтап ҡалырға йыйынмайым. Клиенттарым минән матур, ҡәнәғәт булып китһен өсөн белемемде арттырыуҙы һәм заман модаһы буйынса үҫеүемде дауам итәсәкмен.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Клиенттарым илһам бирә
Клиенттарым илһам бирә
Автор:Лариса Михалькова