Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
4 Сентябрь 2022, 09:00

Газ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим

Газ еҫе, газ ҡорамалдарының төҙөк булмауы... Был хәл күптәргә таныштыр, моғайын, ошо һәм башҡа проблемаларҙы хәл итергә беҙгә газ хеҙмәте белгестәре ярҙамға килә. Нәҡ ошо һөнәр эйәләре сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Газ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим
Газ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим

“Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалының Мәсетле комплекслы хеҙмәтендә Ринат Ғарипов етәкселегендә ҙур булмаған, әммә берҙәм коллектив эшләй. Етәксенең фекеренсә, бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә яуаплы, тырыш, уларҙың һәр береһе үҙ бурыстарын яҡшы белә һәм үтәй.
Был тармаҡта иң кәрәкле, ҡатмарлы эштәрҙең береһе – тәбиғи газ менән файҙаланғанда ҡулланыусыларҙың именлеген тәьмин итеү. Был бурысты башҡарыу маҡсатында газ ҡоролмаһын файҙаланыу, ремонтлау буйынса слесарҙар өйҙәр буйлап йөрөп сыға.
Александр Лавров – IV разрядлы слесарь. Яңы Балаҡатай ауылында тыуып үҫкән егет, Мәсәғүт техникумында уҡығандан һуң, армияла хеҙмәт итә. Оло Ыҡтамаҡҡа күсеп килгәнсе Балаҡатай һыу каналында эшләй, ә 2018 йылдан алып – Мәсетле газ хеҙмәтендә.
– Район үҙәгендә газ приборҙарын техник күҙәтеү менән өс белгес шөғөлләнә, – ти Александр Викторович. – Көн һайын беҙҙең эш көнө наряд алыуҙан башлана, артабан адрестар буйынса сығабыҙ. Көнөнә 3-4 йортто тикшерәбеҙ. Беҙҙең бурыс – абоненттың, төҙөлгән килешеүгә ярашлы, өй эсендәге газ ҡорамалының төҙөклөгөн тикшереү. Фатирҙарҙа һәм йорттарҙа газ плиталарын стандарт буйынса техник хеҙмәтләндереү йыл һайын үткәрелергә тейеш. Беҙҙе кешеләр төрлөсә ҡаршы ала, күпселеге эшебеҙгә аңлап ҡарай. Әммә асыулы, ә ҡайһы саҡта хатта ярһып ҡаршылағандар ҙа осрап ҡуя. Һәр береһенә һорауҙарына яуап табырға, һүҙҙәр һайларға, аңлатырға кәрәк. Сираттағы планға ярашлы техник хеҙмәтләндереү үткәреү, приборҙарҙың нисек файҙаланылыуын, һүндереү ҡоролмалары, хәүефһеҙлек автоматикаһының нисек эшләүен, газ сығыу һәм тартым менән проблемалар юҡмы икәнлеген тикшереү – быларҙың барыһы ла кеше ғүмеренә хәүеф килтермәҫ өсөн кәрәк икәнлеген аңлатыу мөһим. Һәр граждан үҙенең йәмғиәттә йәшәүен, газды хәүефһеҙ файҙаланыуға иғтибар итмәүе менән үҙенә генә түгел, эргәлә йәшәгәндәргә лә төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтереү ихтималлығын аңларға тейеш.
Газ тармағында аҙ ғына ваҡыт эшләүенә ҡарамаҫтан, Александр Викторович үҙен аҡыллы, башҡарыусан, үҙенә талапсан, һөнәрен камил белгән һәм эше тураһында халыҡтан күп яҡшы фекер алған белгес итеп күрһәтеп өлгөрҙө. Ул урында етешһеҙлек төрөн тиҙ һәм хатаһыҙ билдәләй, ҡулланыусыны тәбиғи газ менән өҙлөкһөҙ һәм аварияһыҙ тәьмин итеүҙе, килеп тыуған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә йүнәлтелгән эш алгоритмын аныҡ белә.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Александр Викторович кешеләр менән ипле мөғәмәлә итә, техник һорауҙарға яуап биргәндә һәр саҡ төплө аңлатып, кәңәштәрен бирә.
Ул – яҡшы ғаилә башлығы һәм хәстәрлекле атай ҙа. Ҡатыны Наталья Рафаил ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләй-ҙәр.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова