Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
23 Июль 2022, 09:00

Изге күңелле һатыусы

Сауҙа илдең иҡтисади һәм сәйәси тормошонда мөһим роль уйнай. Баҙар мөнәсәбәттәре үҫешеү менән һатыусы һөнәре киң таралған һәм талап ителгән профессияларҙың береһенә әйләнде.

Изге күңелле һатыусы
Изге күңелле һатыусы

РФ Президентының 2013 йылдың 7 майындағы Указы менән июлдә Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө һөнәри байрамы булдырылды, ул дүртенсе шәмбелә билдәләнә.
Зөлфиә Хәбибуллина тормош иптәше Илдар Хаҙыев менән бер йыл элек Октябрьск ауылында магазин асҡан. Ул халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙалана. Бында иң кәрәкле тауар-ҙар, аҙыҡ-түлек, хужалыҡ тауарҙары һәм кейем-һалым һатып алырға мөмкин.
– Беҙҙең һатып алыусылар башлыса өлкән йәштәге кешеләр. Улар магазинға һатып алыр өсөн генә түгел, ә аралашыу өсөн дә килә, – тип һөйләй Зөлфиә Әхтәм ҡыҙы. – Уларҙың күбеһе үҙҙәре генә йәшәй, шуға ла һөйләшерлек бер кеме лә юҡ. Әгәр даими клиенттарҙың береһе бер нисә көн магазинға килмәһә, мин улар өсөн борсола башлайым һәм хәл белеп шылтыратам. Бер йыл ғына эшләһәк тә, кемгә ниндәй аҙыҡ-түлектең кәрәклеген беләм. Минең ирем – ауыл старостаһы, ҡышын ул ололарға ихаталарҙы ҡарҙан таҙартырға ярҙам итә, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар ташый. Ул һәр ваҡыт миңә бөтә башланғыстарҙа ярҙам итеп тора. Ауылдағы бер байрам да беҙҙең ҡатнашлыҡтан тыш үтмәй. Яңы йылға балалар иртәлеге үткәрҙек. Яңы 2022 йыл алдынан “Бер ус кәнфит” хәйриә акцияһын ойошторҙоҡ, унда теләгән һәр кем ҡумтаға кәнфиттәр һалды. Һуңынан йыйылған тәм-томдарҙан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға Яңы йыл бүләктәр әҙерләнек. Шулай уҡ Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаштыҡ. 23 февралдә һәм 8 мартта балаларға сәй табыны ойоштороп, бүләктәр бирҙек.
Зөлфиә Хәбибуллина ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, шулай уҡ бөтә йыйылыштарға ла йөрөй. Магазинда көн һайын ялһыҙ эшләй – үҙе директор ҙа, үҙе һатыусыға ла. Ҡыш көнөндә эшкә иртәрәк килә, мейескә утын яғып йылыта, магазинды таҙа тота. Һәр һатып алыусыны йылы йылмайып ҡаршы ала.
– Ҡайһы ваҡыт эштән үтә лә арып ҡайтам, – ти ул. – Әммә тормош иптәшем һәм балаларым мине һәр саҡ дәртләндереп тора.
Зөлфиә Хәбибуллина үҙенең магазины өсөн генә түгел, ауыл өсөн дә борсола. Тырыш ғаиләнең ауылдың үҙ мәсете һәм балалар майҙансығы булһын ине, тигән хыялы бар.
Диана АБДРАХМАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова