Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
23 Июль 2022, 10:00

Дыуан-Мәсетле эшҡыуарҙары

Өс йыл дауамында Дыуан-Мәсетле ауылында “СтройХозЙорт” магазины эшләй.

Дыуан-Мәсетле эшҡыуарҙары
Дыуан-Мәсетле эшҡыуарҙары

Ошо йылдар эсендә магазиндың тауарҙарына ихтыяж бары тик арта ғына. Ул урындағы халыҡ өсөн генә түгел, Ләмәҙтамаҡ, Яңы Яуыш, Яңы Мишәр кеүек күрше ауылдар өсөн дә ҡулай сауҙа нөктәһенең береһе булып тора.
Быға ғәжәпләнерлек тә түгел, сөнки магазин үҙ биләмәләрен, йорт һәм ихаталарын төҙөкләндереү тураһында хәстәрлек күргән ауыл халҡы өсөн кәрәкле тауарҙар һатыуҙа махсуслашҡан: профиль, тимерҙе ҡырҡҡан винттар, тимер һәм ремонт, төҙөлөш өсөн башҡа материалдар.
Сауҙа нөктәһе хужалары – Алһыу һәм Инсаф Шакировтар. Улар – тормошон сауҙа менән бәйләгән ғаилә династияһын дауам итеүселәр. Әсәләре Әнисә Шакир ҡыҙы ғүмере буйына ауыл магазинында һатыусы булып эшләгән. Хәҙер хаҡлы ялда. Ләкин бөгөн дә ул йәштәргә ғаилә бизнесында ярҙам итеүен дауам итә.
Алһыу менән Инсаф үҙҙәре һатыусы ла булып тора. Улар һәр саҡ алсаҡ һәм изге күңелле, барыһын да ентекләп аңлата, кәңәш бирә. Магазин складында булған тауарҙарҙан тыш, Шакировтар кәрәкле материалға ҙур теләк менән заказ бирә, кәрәк булған осраҡта уларҙы адресына алып бара.
Шакировтар йүнсел эшҡыуар ғына түгел, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашалар. Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе башлығы Айрат Фазылов билдәләүенсә, уларҙың бағыусылыҡ ярҙамы менән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, Ватанды һаҡлаусылар көнө, Яңы йыл байрамы һәм һабантуй, Мир-ҡорбаны, “Кәкүк сәйе” кеүек күп кенә урындағы саралар үткәрелә. Икенсе йыл рәттән зыяратҡа ремонт үткәреү өсөн бушлай төҙөлөш материалдарын биреп ярҙам күрһәтә.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова