Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
10 Июль 2022, 09:10

Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәре көнө

Йыл һайын июлдең икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнә.

Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәре көнө
Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәре көнө

Интернет заманында почта әле булһа ла урындағы халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Хәҙер кешеләр бер-береһенә һирәк хаттар яҙа, әммә әүҙем заказ бирә һәм посылкалар ебәрә.
Почта хеҙмәткәрҙәренең эштәре етерлек. Бында коммуналь түләүҙәр өсөн квитанциялар ҡабул ителә, корреспонденция, пенсия таратыла, кредит, карталар, ОСАГО полистары бирелә һәм рәсмиләштерелә, вкладтар асыла. Шулай уҡ лотерея билеттары, иң кәрәкле тауарҙар һатыла. Бында тимер юл һәм авиабилеттар һатып алырға мөмкин.
Бөгөн Оло Ыҡтамаҡ ауылының почта элемтәһе бүлексәһендә Алина Ханова етәкселегендә 16 кеше эшләй. Почта бүлексәһен ул 2003 йылдан алып етәкләй, хеҙмәт эшмәкәрлеген оператор булып башлай. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Почта бүлексәһенең иң яҡшы начальнигы-2018” I дәрәжә дипломы һәм грамота менән бүләкләнгән.
Почта бүлексәһенең оҙаҡ йылдар эшләгән почетлы пенсионерҙары: Зилара Хилаева (45 йыл), Мария Андреева (40 йыл), Любовь Крючкова (35 йыл), Клавдия Изгагина (34 йыл), Зифа Мәхмүтова (31 йыл), Валентина Брюханова (27 йыл), Лидия Чистякова (26 йыл), Рим Байтимеров (22 йыл), Надежда Цепилова (18 йыл), Миңлефәүзиә Хәлилова (18 йыл).
Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы почта элемтәһе бүлексәһендә пенсия таратҡан дүрт почтальон эшләй, улар – Ирина Крючкова, Гөлнара Фазулова, Антонида Шеркунова, Мәрфуға Ярмушева. Һәр береһенең үҙ участкаһы бар. Гөлнара Фазулова иң тәжрибәлеләрҙән һанала һәм Мәсетле районы хакимиәтенең грамотаһы менән бүләкләнгән. Уның фотоһы райондың, шулай уҡ Өфө ҡалаһының Федераль почта элемтәһе идаралығының Почет таҡтаһын биҙәй.
Лиана Ғәлимова һәм Александр Брухтың участкаларында район гәзитенә яҙылыусылар күп.
Людмила Петренконың да гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүен билдәләп үтергә кәрәк.
Почта элемтәһе бүлексәһе эшендә әүәлгесә почтальон мөһим звено булып ҡала. Ауыл ерендә – алыштырғыһыҙ кеше, унда йәшәүселәрҙең күбеһе ололар. Был – “ҡағыҙ йөрөтөүсе”ләрҙән бөтә мәғлүмәтте уҡып өйрәнгән кешеләр быуыны. Уларҙың күбеһенә аралашыу етмәй, шуға күрә улар тормош тураһында һөйләшер өсөн почтальонды түҙемһеҙлек менән көтә. Кәрәк булғанда почтальондар тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙарын алып килә.
Тәү ҡарашҡа почтальондарҙың эше ябай кеүек. Ә бит улар иңендә бөтә почта эше тора. Улар үҙ көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән яуаплы кешеләр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, почта бүлексәһенең эш графигы Ҡорбан ғәйете көнө менән бәйле үҙгәрҙе.
8 июлдә почта бүлексәһе бер сәғәткә алдараҡ ябыла.
9 июль – ял көнө.
10 июль – ял көнө.
11 июлдә почта бүлексәһе ғәҙәти режимда эшләйәсәк.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова