Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
30 Май 2022, 11:25

Хеҙмәт төбө – хөрмәт

Йыл һайын 27 майҙа Бөтә Рәсәй китапханалар көнө билдәләнә. Нәҡ ошо көндө 1795 йылда Рәсәйҙә тәүге дөйөм ҡулланылыштағы дәүләт китапханаһы барлыҡҡа килә.

Хеҙмәт төбө – хөрмәт
Хеҙмәт төбө – хөрмәт

Мәсетле районы китапханаларында үҙ эштәренә мөкиббән бирелгән тырыш хеҙмәткәрҙәр эшләй. Уларҙың береһе – Дыуан-Мәсетле ауылы китапханасыһы Гөлназ Әхмәтханова.
Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы тыумышы менән Йыланыш ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, һөнәрле булыу маҡсаты менән Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ситтән тороп белем ала. Хеҙмәт юлын иһә Әбдрәхим мәктәбендә башлай.
Матур йәшлек йылдарында Әбдрәхим егете менән ғүмер юлын бәйләгән Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы – бәхетле әсәй бөгөн. Өс балаһын матур итеп тәрбиәләп үҫтереп, уларға яҡшы белем алырға ярҙам итә, өләсәй булыу бәхетенә лә ирешә.
2016 йылда ғаилә Дыуан-Мәсетле ауылына күсә. Урындағы мәктәптә буш вакансия булмағанлыҡтан, Мәсетле ҡасаба-ара китапхана системаһының 7-се Дыуан-Мәсетле филиалына урынлаша һәм хеҙмәт бурыстарына тиҙ төшөнөп китә. Башҡорт дәүләт педагогия университетының өҫтәмә белем биреү институтында китапхана эше буйынса ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтә. Китапханасының һөнәри оҫталығы, яуаплылығы, башҡарыу һәләте һөҙөмтәһендә китапхана эше тейешле кимәлдә ойошторола һәм алып барыла.
Хәҙерге бөтә донъя интернет селтәре менән күптәр иркен ҡулланған заманда баҫма әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу кәмей. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, Гөлназ Әхмәтханова ижади эш алымдарын ҡулланып, китап уҡыу традицияһын һаҡлауға, халыҡты донъя һәм ил мәҙәниәте хазинаһына йәлеп итеүгә, үҫеп килгән быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Шуға ла алдынғы ҡарашлы китапханасының уҙғарған әҙәби кисәләре, әңгәмәләре һәм башҡа саралары тәрән йөкмәтке, юғары профессиональ кимәл менән айырылып тора.
Дыуан-Мәсетле китапханаһында белешмә-библиография аппараты яҡшы ойошторолған. Гөлназ Әхмәтханова район семинарҙарында коллегалары менән эш тәжрибәһен уртаҡлаша, белемен камиллаштырыу өҫтөндә даими шөғөлләнә. Шуға ла хеҙмәтендә ҡаҙаныштары күп уның. 2017 йылда Экология йылы уңайынан ойошторолған “Тәбиғәт һағына баҫ” район әҙәби-экология марафонында III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була, ә 2021 йылда Башҡортостанда сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арналған “Сәләмәтлек марафоны” район сараһында I дәрәжә лауреат тип таныла.
Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара, йыл һайын халыҡ араһында БСТ каналындағы “Алтын тирмә” һәм “Дарман” тапшырыуҙары кеүек саралар ойоштора. Ололар һәм балалар өсөн китапханала һәм Йыланыш ауыл клубында “Әлләсе” уйыны уҙып тора. Китапхана ҡарамағында “Оҫта ҡулдар клубы”, “Беҙ әкиәт яратабыҙ” ҡурсаҡ театры эшләп килә.
Китапхана эше менән генә сикләнеп ҡалмай ул: ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылар менән берлектә тамашалар өсөн текст яҙа, барлыҡ район мәҙәниәт сараларында ҡатнаша.
– Эште үҙ көсөбөҙ менән генә башҡарып сығыу мөмкин түгел. Күп һанлы сараларҙы ойошторғанда сығымдар ҙа булып китә. Үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар Радион Мортазин менән Инсаф Шакиров финанс ярҙам күрһәтеүҙән бер ҡасан да баш тартмайҙар, – тип рәхмәтен белдерә ауыл йүнселдәренә Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы.
Бына ошондай тырыш хеҙмәткәрҙәр көсө менән китапханалар уты ауылда бөгөн дә сағыу яна. Үҙенең яуаплылығы, коллегаларына һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыуы менән Гөлназ Әхмәтханова хеҙмәт коллективында ла, ауылдаштары араһында ла хөрмәт ҡаҙанған.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова