Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
24 Май 2022, 12:05

Ауыл төпкөлөнән эшҡыуар

Рәсәйҙә йыл һайын 26 майҙа Рәсәй эшҡыуарҙары көнө билдәләнә. Был районда иҡтисади һәм социаль тотороҡлолоҡто тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индергән эшлекле берләшмә вәкилдәре – дәртле һәм инициативалы кешеләр байрамы.

Ауыл төпкөлөнән эшҡыуар
Ауыл төпкөлөнән эшҡыуар

Улар тырышлығы менән баҙар тауарҙар менән тулылана, яңы технологиялар һәм хеҙмәт төрө үҙләштерелә, эш урындары барлыҡҡа килә, социаль-иҡтисади программалар үтәлә.
Мәсетле районында 503 бәләкәй һәм урта бизнес субъекты үҙ эшмәкәрлеген алып бара: 92 юридик ойошма һәм 411 шәхси эшҡыуар бар. Ике предприятиела 100-ҙән ашыу кеше эшләй, 11 бәләкәй предприятие бар, ҡалғандары микро предприятие булып иҫәпләнә.
Эшҡыуарҙар хеҙмәтләндереү, сауҙа, төҙөлөштә һәм иҡтисадтың башҡа бик күп өлкәләрендә үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә.
Иң уңышлы эшҡыуарҙар иҫәбенә Илдар Ниғәмәтйәнов, Юрис Латыпов, Павел Ватолин, Алмаз Хәйретдинов, Зөфәр Ғәлләмов, Флүр Дусмөхәмәтов, Наталья Зырянова, Сергей, Алексей, Ирина һәм Иван Скрябиндар, Ира һәм Альберт Ғафаровтар, Булат Дәүләтбаев, Гагик Аветян, Фәниә Тәхәүетдинова, Ольга Йәрмөхәмәтова, Вилена Шеефер, Әлфиә Байрамғолова, Елена Крючкова, Регина Йомаҙилова, Илдар Әхйәмов һәм башҡалар инә. Уларҙың күптәре райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, бик күп сараларҙы уҙғарыуҙа, шул иҫәптән “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыуҙа финанс ярҙамы күрһәтә.
2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” һөнәри оҫталыҡ конкурсында “Иң яҡшы эшҡыуар” номинацияһында Филүс Сираев еңеүсе тип танылды.
Илдәге хәлдең ҡатмарлашыуына ҡарамаҫтан, район халҡы үҙ эшен асырға ҡурҡмай. Быйыл апрель айында Оло Аҡа ауылында Әснәф Сәйетов етәкселегендә “САМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте барлыҡҡа килде. Яңы эш башлаусы эшҡыуар Балтас районында тыуып үҫкән һәм бәләкәй саҡтан туризм менән мауыҡҡан. Физкультура уҡытыусыһы булып эшләй башлағас, уҡыусылары менән республика кимәлендә уҙған туристик слеттарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. 1986 йылда йүнәлтмә буйынса Мәсетле районына эшкә килә. Оло Аҡа мәктәбендә, бер нисә йыл Әжекәй мәктәбендә физкультура дәрестәрен алып бара. Туризм буйынса түңәрәк эшен етәкләй, балалар өсөн йылға буйлап ағып төшөү сараһын ойоштора, шул уҡ ваҡытта тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресе уҡытыусыһы ла була.
Ул бала саҡтан тарих, мәҙәниәт, архитектура менән ҡыҙыҡһына һәм ныҡлап өйрәнә. Мәктәптә эшләй башлағас, экскурсия ойоштороусы инструкторҙар менән таныша. Йыл һайын йәй миҙгелендә республика буйлап экскурсиялар, йылға буйлап ағып төшөү ойоштора, турис-тик фирмалар менән гид сифатында тығыҙ бәйләнештә эшләй. Артабан ошо эшмәкәрлек төрөн үҫтерергә планлаштыра.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Әснәф Миншәриф улы урман бизнесы менән шөғөлләнергә ҡарар итә: диләнкә һатып алып, ағас быса. Урман киҫеү еңелдән түгел, әммә эштең айышына төшөнгәс, бизнесын киңәйтергә уйлай. Оло Аҡа ауылында пилорама һатып алып, урман эшкәртеүгә тотона. Бөгөн ул брус, бура, таҡта, рәшәткә, утын һәм башҡа кәрәкле пиломатериалдар һата.
Әлбиттә, үҙ эшеңде үҫтереү юлында күп ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Әснәф Сәйетов иҫәпләүенсә, тырышҡанда күпкә өлгәшергә мөмкин, иң мөһиме – эшләргә.
– Эшҡыуарға кәрәкле иң төп сифаттарҙың береһе, әлбиттә, хеҙмәт яратыу, эшең менән мауығыу, шул ваҡытта ғына уңышҡа өлгәшергә була, – ти ул.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова