Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
8 Апрель 2022, 09:25

Армия хәрби комиссариаттан башлана

8 апрелдә илебеҙҙә Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарҙың армия менән танышыуы хәрби комиссариат-ҡа барыуҙан башлана.

Армия хәрби комиссариаттан башлана
Армия хәрби комиссариаттан башлана

Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре өсөн бөгөнгө көн көсөргәнешле – Рәсәйҙә сираттағы хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланды.
Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссариатында хәрби комиссар Рәфис Фәтихов етәкселегендәге коллективта 30-ҙан ашыу кеше эшләй. Ә Оло Ыҡтамаҡ ауылында граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы ярҙамсыһы эшен Ольга Редькина башҡара.
Ул Силәбе өлкәһе Златоуст ҡалаһында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуып үҫкән. Мәктәптә әүҙем тормош алып бара: саңғы спорты менән мауыға, бейеү түңәрәгенә йөрөй. Каникул ваҡытында, өләсәһе янына Кесе Ыҡтамаҡ ауылына ҡайтып, буласаҡ тормош иптәше менән таныша.
1998 йылда Златоуст юридик колледжын тамамлағандан һуң Мәсетле районына күсә, һуңынан Көньяҡ Урал технология университетында юғары белем ала. Ольга Владимировна үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген Мәсетле халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү идаралығында башлай, һуңынан Түбәнге Бобин мәктәбендә – секретарь, ә 2008 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем хәрби комиссариатта хеҙмәт юлын дауам итә.
– Хәрби комиссариат Ҡораллы Көстәргә саҡырыу менән генә шөғөлләнмәй, – тип һөйләй Ольга Редькина. – Федераль власть, урындағы үҙидара органдарына ла булышлыҡ итә, мобилизация осорона граждандарға алдан заказ биреү эшендә ҡатнаша.
Хәрби комиссариатҡа Ҡораллы Көстәрҙең хәрби, мобилизация әҙерлеге торошон ваҡытында һәм сифатлы үтәлеүенә бәйле бер төркөм бурыстар йөкмәтелгән.
Йыл дауамында ул йәштәр менән эшләй, әңгәмәләр үткәрә, саҡырыу кампанияһы барышында егеттәрҙең ҡайҙа хеҙмәт итергә теләүен, ниндәй часта хеҙмәт итеүгә өҫтөнлөк биреүен иҫәпкә алырға тырыша.
– Ольга Владимировна бик яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәткәр, – ти хәрби комиссар Рәфис Рикза улы. – Кәрәкле тәжрибәгә эйә, үҙ эшен ентекле белә, халыҡ менән оҫта эшләй.
Ольга Владимировна оҙайлы, тырыш, намыҫлы хеҙмәте өсөн республика, район почет грамоталары менән бер нисә тапҡыр бүләкләнгән.
Федераль хөкөмдө ғәмәлгә ашырыу хеҙмәтендә эшләгән тормош иптәше Владимир Петрович менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Өлкән улы хәрби хеҙмәт үткән дә инде.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова