Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
25 Март 2022, 11:00

Яуаплы һәм ышаныслы хеҙмәткәр

Йыл һайын 25 мартта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профессиональ байрамдарын билдәләй. Беҙҙең районда был өлкәлә үҙенсәлекле кешеләр эшләй. Улар тамашасыларына эскерһеҙ күңел йылыһын бүләк итә, халыҡ тормошон сағыу төҫтәргә байыта һәм төрләндерә, рухты күтәрә, үҫеп килеүсе быуында илебеҙҙең бөйөк мәҙәниәте өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята.

Яуаплы һәм ышаныслы хеҙмәткәр
Яуаплы һәм ышаныслы хеҙмәткәр

Яңы Мишәр ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып биш йыл элек Гүзәл Ханова эш башлай. Тормош үҙен мәҙәниәт өлкәһенә сумырға мәжбүр итер, тип бер ҡасан да уйламай ул. Асыҡланыуынса, был эштә башҡаларҙы оптимизм, изгелек һәм һөйөү менән илһамландырыу еңелдән түгел.
Яңы Мишәр ауылы ҡыҙы, мәктәпте тамамлағандан һуң, Силәбе юридик колледжында юрист һөнәрен үҙләштерә. Тәүге эш урыны – Оло Ыҡтамаҡ ауылының Балалар сәнғәт мәктәбе, унда сәркәтип булып эшләй.
2009 йылда тормош иптәше Ренат Ханов менән тыуған ауылдарына ҡайтып, ҙур һәм уңайлы йорт һалып сығалар. Оҙаҡламай ул Яңы Мишәр ауыл Советына хәрби иҫәп алып барыусы хеҙмәткәр булып урынлаша. Хәҙер ошо вазифаһына өҫтәп, ауыл клубында төп эшмәкәрлеген алып бара.
– Мин 2017 йылдан урындағы клубтың художество етәксеһе булып эшләйем, – тип һөйләй Гүзәл Сала- уат ҡыҙы. – Эшемде яратам, уға йәнем, йөрәгем менән тоғро ҡалам. Ауылда күңел асыу урындары юҡ, шуға күрә ауыл клубы төп ял итеү урыны булды һәм булып ҡала. Күп осраҡта ауылдың ижтимағи һәм мәҙәни тормошо эшебеҙҙең нисек ойошторолоуына бәйле.
Яңы һөнәрҙе ныҡлап үҙләштерер өсөн республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжын тамамлай.
Гүзәл Ханова – “Ҡомартҡы” ҡайып сигеү халыҡ коллективы, “Яҙғы моңдар” вокаль ансамбле ағзаһы. Улар республика һәм төбәк конкурстарында районыбыҙҙың данын лайыҡлы яҡлай, лауреат һәм дипломант була.
Гүзәл Ханова ете йыл дауамында Яңы Мишәр участка һайлау комиссияһы секретары булып эшләй, йыл һайын райондың спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Хановтар ғаиләһе төрлө конкурстарҙа “Ғаилә йолалары – беҙҙең тарихыбыҙ”, “Ғаилә – дәүләт нигеҙе”, “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” номинацияларында диплом һәм грамоталар менән наградланған.
– Гүзәл Ханова – яуаплы һәм ышаныслы хеҙмәткәр, уға һәр эштә таянырға мөмкин, – ти Яңы Мишәр ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Эльвира Латипова. – Ул кешеләр менән аралаша һәм уртаҡ тел таба белә.
Гүзәл – йорт усағын һаҡлаусы уңған хужабикә. Буш ваҡытта ҡул эштәре менән булырға, сигергә ярата. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр, ҙур өйҙәре һәм шәхси хужалыҡтары бар.

Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова