Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
20 Март 2022, 09:10

Коммуналь фронт яугирҙәре

Йыл һайын марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләүселәр эшмәкәрлегенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Улар көн һайын кәрәкле хеҙмәт күрһәтә, шуның менән тормошобоҙ өсөн уңайлы шарттар булдыра.

Коммуналь фронт яугирҙәре
Коммуналь фронт яугирҙәре

Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе халҡын йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү, ҡаҙанлыҡ, йылылыҡ селтәрен, һыу үткәргесте хеҙмәтләндереү менән “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шөғөлләнә. Алмаз Хәйретдинов етәкселегендә татыу коллективта 21 кеше эшләй. Етәксенең фекеренсә, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр: иретеп йәбештереүселәр Радмир Кулов һәм Сергей Жильцов, слесарь-сантехник Рим Сәлимгәрәйев, КамАЗ водителе, кран-манипулятор машинисы Илдар Исламов, контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика операторы һәм слесары Игорь Пантелеев. Улар – эшһөйәр, ярҙамсыл һәм үҙ эшенә тоғро хеҙмәткәрҙәр.
Уҙған йылда ойошма байтаҡ эштәр башҡарҙы: “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына 100 метрҙан ашыу йылылыҡ селтәре, Ленин һәм Еңеү урамдарында – 500 метр, Иван Крючков урамында – 670 метр, Пролетар урамында 180 метр һыу үткәргес селтәре алмаштырылды, Интернационал урамында 250 метрлыҡ һыу үткәргес селтәре төҙөлдө.
– Районда коммуналь инфраструктураның 70 проценттан ашыуы туҙған, шуға күрә улар менән эшләү өсөн күп ваҡыт талап ителә, – тип һөйләй Алмаз Сиражетдин улы. – Шул уҡ ваҡытта йыл һайын инфраструктураның ни бары 1 проценты яңыртыла, ә системаның өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн йыл һайын 3-5 процентын яңыртырға кәрәк.
Шулай уҡ 2021 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында һыу һурҙырғыс башнялар алмаштырылған, күп фатирлы йорттарҙа техник хеҙмәтләндереү үткән, йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса күләмле эштәр башҡарылған.
Тендерҙа отоп, ойошма подряд эштәрен үтәү менән шөғөлләнә. Уҙған йылда улар Оло Ыҡтамаҡ, Иҫке Балтас, Салауат районы Торналы ауылдарында парк төҙөгән, Красноуфимск ҡалаһында тротуар төҙөкләндергән, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының поликлиникаһы, рентген кабинеты һәм гаражында йылытыу системаһын, Салауат районы Ахун ауылындағы ҡаҙанлыҡты йүнәткән.
– Быйыл да предприятиебыҙҙың маҡсаты һәм бурыстары үҙгәрмәҫ, моғайын, – тип һөйләй Алмаз Хәйретдинов. – Штат режимында эшләйәсәкбеҙ. Проблемалы осраҡтар бик күп, шул уҡ ваҡытта илдәге ҡатмарлы иҡтисади хәлде, оптималләштереүҙе, бүленгән аҡсаның аҙ булыуын да иҫәпкә алырға тура киләсәк.
2022 йылда һыу алыу ҡоролмалары, һыу тәьминәте системалары, йылылыҡ трассалары һәм ҡаҙанлыҡтар селтәренә ремонт үткәреү, шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ һәм Дыуан районындағы Мәтәле ауылдарында парк, Яңы Мөслим, Әжекәй һәм Салйоғот ауылдарында контейнер майҙансыҡтарын эшләү күҙаллана.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова