Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
20 Март 2022, 10:05

Эше ауыр һәм яуаплы

“Мәсетле һыу каналы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте районыбыҙҙа торлаҡ-коммуналь хеҙмәт күрһәтеүсе ойошмаларҙың береһе булып тора. Предприятие эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – һыу юлын таҙартыу һәм эшкәртеү, канализация селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү.

Эше ауыр һәм яуаплы
Эше ауыр һәм яуаплы

Уҙған йылдың май айынан алып коллектив менән Радик Хәйбуллин етәкселек итә. Ойошма штатында алты кеше иҫәпләнә. Улар дисциплиналы, яуаплы хеҙмәткәрҙәр, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыс-ты теүәл үтәйҙәр.
Бөгөн ярайһы уҡ ҡатмарлы һәм бик үк уңайлы булмаған шарттарҙа эшләгән хеҙмәткәр тураһында булыр һүҙебеҙ. Слесарь Ралит Закиров – үҙ эшенең оҫтаһы, аралашыусан, күңелле, ябай, яҡшы кеше.
Ул Кесе Ҡыҙылбай ауылында тыуған, бер йәш тулғас, ата-әсәһе Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә. Урындағы мәктәптә белем ала. Һигеҙенсе класты тамамлағас, йәйге каникул ваҡытында тимер-бетон изделиелар заводына ташсы булып эшкә урынлаша.
Өс йылдан хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса Яраҫтау ауылында водитель һөнәрен үҙләштерә. Бынан һуң ПМК-ға балта оҫтаһы булып эшкә урынлаша һәм унда ун ике йыл эшләй. Ойошма ябылыу сәбәпле, хеҙмәт эшмәкәрлеген торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың производство идаралығында слесарь булып дауам итә. 2008 йылда был ойошма “Мәсетле һыу каналы” йәмғиәте итеп үҙгәртелә.
– Канализация системаһы слесары булып эшләй башлағас, яман еҫкә күнегеү бер-ҙән-бер проблема булды, әммә тиҙҙән уға иғтибар итеүҙән туҡтайһың, – тип һөйләй Ралит Рәйес улы.
Ун биш йыл “Мәсетле һыу каналы”нда эшләһәм дә, һәр көн үҙенсәлекле. Ниндәй заявка килерен белмәйһең: канализация тығылғанмы, торба ярылғанмы йәиһә ҡоҙоҡтан һыу ағып сыҡҡанмы.
Бригадала бер нисә кеше эшләй, бөтәһенең дә үҙ функциялары бар. Берәү ҡоҙоҡта саҡта, икенсе кеше мотлаҡ өҫтә тороп, хәүефһеҙлекте күҙәтә.
– Беҙҙең районда канализация ҡоҙоҡтарының тәрәнлеге уртаса ике-өс метр тәшкил итә, – ти слесарь Закиров. – Әммә биш метр тәшкил иткәндәре лә бар. Яңыраҡ сатлама һыуыҡта Ленин урамындағы биш метрлыҡ ҡоҙоҡта көнө буйы тиерлек эшләнек. Эш барышында төрлө хәлдәр килеп тыуа.
Был эш бик хәүефле һәм ауыр. Ғөмүмән, ҡыш көнө һыуыҡ, торбалар ҙа шул тиклем серек була, уларҙы профессионалдар ғына иретеп йәбештерә ала. Сүп-сар, бысраҡ, һыу – быларҙың барыһын да көрәк, биҙрә менән таҙартырға кәрәк. Әммә Ралит Закиров, өйрәнгәнмен һәм башҡа эш эҙләмәйем, ти.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Ул – яратҡан тормош иптәше һәм ике балаға хәстәрлекле атай.
Диана ВАТОЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова