Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
21 Февраль 2022, 14:45

Ауыл фельдшеры – беренсе ярҙамсы

21 февралдә фельдшерҙар һөнәри байрамдарын билдәләй. Мөһим эш башҡарған белгестәргә хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Нәҡ улар тынғыһыҙ эшмәкәрлектәре менән ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тора.

Ауыл фельдшеры – беренсе ярҙамсы
Ауыл фельдшеры – беренсе ярҙамсы

Лилиә Моталова ғүмеренең сирек быуаттан ашыу ваҡытын районыбыҙ халҡы һаулығын хәстәрләүгә арнай. Оло Аҡа ауылы ҡыҙын, Красноуфимск медицина училищеһын тамамлағандан һуң, Екатеринбург ҡалаһына эшкә ебәрергә уйлайҙар, ләкин ҡыҙ тыуған районында ҡалыуға өҫтөнлөк бирә. 1991 йылда Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында операция шәфҡәт туташы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
– Мәктәп йылдарынан уҡ мин һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләргә теләй инем, – тип һөйләй Лилиә Разалиф ҡыҙы. – Бала сағымда, һары ауырыуы менән сирләгәндә, изге күңелле һәм яуаплы табип дауаланы. Мин уны бик оҡшаттым, был табип кеүек күңел йылыһын өләшеү, кешеләргә ярҙам итеү теләге барлыҡҡа килде.
1993 йылда йәш белгесте Оло Аҡа ауылы табип амбулаторияһына дежур шәфҡәт туташы итеп күсерәләр. Ул сирлеләргә реабилитацияланырға һәм аяҡҡа баҫырға ярҙам итә, халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән профилактика эштәрен алып бара.
2000 йылдан алып Степной ауылында фельдшер вазифаһын башҡара Лилиә Разалиф ҡыҙы. Ауыл фельдшеры – абруйлы медик, шуға күрә ул бар нәмәне белергә бурыслы. Сәләмәтлек торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы фельдшер-акушерлыҡ пунктына бара. Шәфҡәт туташы үҙе лә тәүгеләрҙән булып ярҙамға килә. Ауыл фельдшерының бурыстары күп һәм яуаплы. Ул диспансерлаштырыуҙы ойоштора, профилактик медицина тикшереүе үткәрә, оҙаҡ һәм йыш сирләгәндәрҙе асыҡлай, диспансер иҫәптә торғандарҙы контролдә тота.
Фельдшер, ауылдаштарын урамда осратҡанда, мотлаҡ уларҙың сәләмәтлеге менән ҡыҙыҡһына. Пандемия сәбәпле өйҙәренә индермәүселәр ҙә бар, шуға ла уларҙың хәлдәрен телефондан шылтыратып белешә. Ул, үҙ һаулығыңды ҡайғыртып, даими рәүештә, ваҡытында диспансеризация үтеү, организм йәшәйешенең бөтә төп параметрҙарын нормала тотоу кәрәклеген барыһының да аңына еткерергә тырыша.
Ысын медицина хеҙмәткәре ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тигән һорауға ул, тәү сиратта, ярҙамсыл, киң күңелле, кешеләрҙең бәләһенә битараф булмау кеүек сифаттарҙы атап үтте.
– Ҡайһы ваҡыт өйгә бик арып ҡайтаһың да, ни өсөн мин был һөнәрҙе һайланым икән, тип уйлайһың, – тип дауам итә Лилиә Моталова. – Ә аҙаҡ һинең ярҙамыңды көтөп тороуҙарын, ысын күңелдән еткергән рәхмәт һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп, күңелгә рәхәт булып китә. Шунда дөрөҫ юл һайлағаныңда шик ҡалмай.
Юғары категориялы фельдшер тейешле уҡыуҙарҙы уңышлы уҙып тора. Тиҙҙән фельдшер пунктының ноутбук менән тулыланыуы көтөлә, уны тиҙ үҙләштереп, эш еңеләйер тип өмөтләнә фельдшер.
Хәләл ефете Данил Моталов менән Степной ауылында йәшәйҙәр, ғаиләнең ҙур хужалығы бар, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова