Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
15 Февраль 2022, 09:45

Операция бүлмәһендә уҙған тормош

15 февралдә операция эше өлкәһендәге белгестәр үҙҙәренең һөнәри байрамын – Халыҡ-ара операция шәфҡәт туташы көнөн билдәләй.

Операция бүлмәһендә уҙған тормош
Операция бүлмәһендә уҙған тормош

Шәфҡәт туташы һөнәре һәр саҡ кәрәкле булды һәм киләсәктә лә һаулыҡ һаҡлау өлкәһен уларҙан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Улар, медицина хеҙмәттәре күрһәтеү секторындағы эшмәкәрлек өлкәһенә ҡарап, төрлө йүнәлештәргә бүленә: операция, процедура, палата, туҡланыу буйынса шәфҡәт туташтары һәм башҡалар. Операция шәфҡәт туташы иң ауыр эштәрҙең береһен башҡара.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә операция шәфҡәт туташы эшен яуаплы һәм белемле белгес Надежда Коробкина башҡара.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәп йылдарында бухгалтер булырға хыяллана, ләкин мәктәпте тамамлағандан һуң ныҡлап уйлай һәм Красноуфимск медицина училищеһына барырға ҡарар. Ҡасандыр ошо юлдан киткәненә бер ваҡытта ла үкенмәй. Уҡығанда төрлөһө була, практика үткәндә хатта, ҡан күреп, иҫен юғалта. Әммә ихтыяр көсө, кешеләргә ярҙам итеү теләге көслөрәк булып, ҡурҡыуын еңә һәм уҡыуын дауам итә.
Уның хеҙмәт эшмәкәрлеге 1997 йылда Өфөләге хирургия бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып башлана. Надежда Александровна эш серҙәренә өйрәткән, уның башланғысын хуплаған һәм ярҙам иткән тәүге коллективын айырыуса ҙур ихтирам менән иҫкә ала.
2002 йылда яҙмыш ҡушыуы буйынса тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм шунда медицина юлын дауам итә.
– Операция шәфҡәт туташы – хирург менән операция блогы эшмәкәрлегенең бөтә процесы араһында төп бәйләүсе звено, – тип һөйләй Надежда Коробкина. – Табип операция ваҡытында бөтә иғтибарын башҡарған эшенә йүнәлтә. Беҙ уның ҡарашынан ниндәй манипуляция башҡарырға йыйыныуын, ниндәй инструмент һорауын аңлайбыҙ һәм кәрәкле предметтарын бирергә әҙер торабыҙ.
Тәү ҡарашҡа был һөнәр эйәһенең эше еңел генә кеүек – операция өҫтәле янында хирургка кәрәкле инструмент биреп кенә тораһың. Әммә ысынбарлыҡта улай түгел. Операция шәфҡәт туташы һөнәре бик мөһим һәм яуаплы. Улар универсаль әҙерлеккә эйә, табип кеүек үк кеше анатомияһын, бөтә операция барышын яҡшы белергә тейеш.
Түҙемле, физик яҡтан көслө Надежда Александровна төрлө көтөлмәгән хәл ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш ала, операция барышын бер нисә аҙымға алдан иҫәпләй белә.
Күп осраҡта пациенттың һауығыу һөҙөмтәһе, хатта операция яһалған ауырыуҙарҙың артабанғы яҙмышы уның квалификацияһына, асептика, антисептика ҡағиҙәләрен белеүенә һәм оператив ҡатнашыуҙа практик оҫталығына бәйле.
– Минең эшемдең иң ауыр яғы – күп сәғәтлек операциялар, – ти шәфҡәт туташы. – Яйға һалынған эш, реакция тиҙлеге, хирург күрһәтмәләрен аныҡ үтәү, паниканың булмауы ауырыуҙың тиҙерәк һауығыуына килтерә, ә был минең эштә иң мөһиме.
Ул операция өҫтәле артында күп тапҡырҙар тора, күптән күнегелгән эш кеүек, әммә араһында ныҡ иҫтә ҡалырлыҡтары ла бар. Бигерәк тә баш һөйәгенә һәм атҡандан һуң алынған яраларға операциялар хәтерендә ныҡ уйылып ҡалған.
Надежда Коробкинаға “Операция эше” буйынса юғары квалификация категорияһы бирелгән. Әммә шәфҡәт туташы бының менән генә сикләнмәй, белемен даими камиллаштырып тора. Хеҙмәтенең ниндәй яуаплы һәм кәрәкле булыуын яҡшы аңлап, ул кешелек өсөн мөһим һөнәренә тоғро ҡала.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова