Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
14 Февраль 2022, 09:15

14 февраль – Компьютер белгестәре көнө

Бөгөнгө заманда мәғлүмәт технологиялары өлкәһе менән бәйле һөнәрҙәр киң популярлыҡ яулай бара.

14 февраль – Компьютер белгестәре көнө
14 февраль – Компьютер белгестәре көнө

2003 йылдың декабренән Мәсетле районында компьютер программалары менән бәйле бар эште “Диалог” фирмаһы башҡара. Уның хеҙмәтләндереү өлкәһе киң һәм күп яҡлы. Ул халыҡ менән генә эшләп ҡалмай, Башҡортостандың Төньяҡ-Көнсығышы буйынса йөҙҙән ашыу ойошманы, шул иҫәптән эшҡыуарҙарҙы, эре бюджет ойошмаларын да хеҙмәтләндерә. Бөгөн “Диалог”та ете белгес иҫәпләнә. Уларҙың барыһы ла – үҙ эштәренең оҫталары.
Алексей Кобяков – система администраторы. Ул Кесе Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Урал финанс-юридик институтында юғары белем ала. Бер нисә йыл Екатеринбург ҡалаһында иҡтисадсы булып эшләй, артабан күңеленә яҡыныраҡ шөғөл табыу маҡсаты менән 2015 йылда тыуған яғына ҡайта.
Мәктәп йылдарынан уҡ ул компьютер, техника, электроника менән мауыға. Шуға ла эшмәкәрлек өлкәһен ошо йүнәлештә алып барырға ҡарар итә һәм “Диалог” ойошмаһына система администраторы булып урынлаша. Яңы һөнәрҙе үҙ аллы үҙләштерә.
– Был һөнәргә ихтыяж ҙур, – ти Алексей. – Уңыш күнекмә, белем, оҫталыҡҡа бәйле. Бер урында тапанырға ярамай, үҙ-үҙеңде камиллаштырыу өҫтөндә даими шөғөлләнергә кәрәк. Яңы белем алыу, технологияларҙың бер туҡтауһыҙ үҫеүе менән бергә атлау мөһим.
Хәҙер компьютер технологиялары эшмәкәрлектең бөтә төрҙәрендә лә алдынғы позицияларҙың береһен биләй. Йәштәрҙең бөтә тормошо, атап әйткәндә, уҡыу, дуҫтар, эш – телефонда.
– Ул – үҙ эшенең ысын оҫтаһы, теләһә ниндәй компьютер техникаһын еңел генә һүтә һәм йыя ала, – тип һөйләй уның тураһында етәксеһе Елена Крючкова, – төрлө перифериялағы ҡоролмаларҙы тоташтыра, кабель селтәрен һуҙа, интернетҡа тоташыу мөмкинлеген бирә, серверҙар ҡуя, офис техникаһын хеҙмәтләндерә, барлыҡҡа килгән проблемаларҙы тиҙ арала хәл итә.
Һәр һөнәрҙең үҙ сере һәм үҙенсәлеге бар. Компьютер технологияһы өлкәһендә уларҙы иҫәпләп ултырыу мөмкин түгел һәм кәрәкмәй ҙә, сөнки ошо өлкәлә етерлек тәжрибә туплаған Алексей кеүек белгестәр уны тиҙ генә башҡара ала.
Диана ВАТОЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова