Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
28 Ғинуар 2022, 14:05

Заман һулышын тойоп

23 ғинуарҙа Рәсәй армияһы, авиацияһы һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәтенә (артабан – ДОСААФ) нигеҙ һалыныуға 95 йыл тулды.

Заман һулышын тойоп
Заман һулышын тойоп

ДОСААФ – хәрби хеҙмәткә алынғансы йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү, хәрби-ғәмәли спорт төрҙәрен үҫтереү, күмәк техник һөнәр кадрҙары, хәрби-иҫәп һөнәрҙәре буйынса армия өсөн кадрҙар әҙерләү менән шөғөлләнгән йәмәғәт ойошмаһы.
Бөгөн Мәсетле районы ДОСААФ-ында һигеҙ кеше эшләй. Рөстәм Дистанов етәкселегендәге коллективта эштәр көйлө бара – хеҙмәткәрҙәр яуаплы, уҡытыуға иғтибарлы ҡарай, тейешле һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итә.
– Бөгөнгө тормошто автомобилһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, шуға күрә был хеҙмәт айырыуса талап ителә, – ти Рөстәм Илдар улы. – Беҙҙең автомәктәп – “В” категориялы водителдәрҙе профессиональ әҙерләү буйынса лидер. Беҙ ышаныслы, ә иң мөһиме автомобиль менән дөрөҫ идара итергә теләгән кешеләргә мөмкин тиклем уңайлы шарттар бирәбеҙ.
ДОСААФ автомәктәбе Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Совет урамы, 13 адресы буйынса урынлашҡан. Уҡытыу-матди база белем биреү процесына ҡуйылған заманса талаптарға ярашлы йыһазландырылған. Лекция класында юл билдәләренең бөтә комплекты, кинофильм, мультимедиа системаһы урынлаштырылған. Практик белем биреү өсөн алты уҡыу автомобиле бар: “Лада Гранта”, “Лада Калина”, Daewoo Nexia, HYUNDAI ELANTRA (автомат).
ДОСААФ үҙенең юбилейы алдынан техник һөнәрҙәр буйынса өҫтәмә кластар асты. Хәҙер бында электромонтер, электр-газ менән иретеп йәбештереүсе, стропальщик, бухгалтер-кассир, секретарь, эш башҡарыусы (делопроизводитель) һөнәрҙәре буйынса белгестәр әҙерләйҙәр.
Киң техник һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләү – ул заманса производство, дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған предприятие, ойошма, учреждение талаптарына ярашлы уҡырға теләүселәрҙе әҙерләү.
Уҡыу кластары Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Беренсе Май урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан.
ДОСААФ хәрби-патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша, был йәштәрҙең әхлаҡи-психологик торошон юғары кимәлдә тоторға, хәрби хеҙмәт шарттарында ҡуйылған бурысты үтәүгә даими әҙерлек – ныҡлы тәртип һәм берҙәмлекте тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Һүрәттә: Былтыр декабрҙә ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе балалар өсөн хәйриә акцияһында ҡатнашты. Хеҙмәткәрҙәр төпкөл ауылдарҙан балаларҙы байрамға уҡыу автомобилдәрендә бушлай килтерҙе.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова