Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
14 Ғинуар 2022, 10:40

Кеше хоҡуҡтары һәм ирке һағында

Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан беҙ Мәсетле районы прокуроры, юстиция советнигы Азамат Шәйбәков менән осраштыҡ һәм район территорияһында граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә уңыштар, закон үтәлеше тураһында белдек.

Кеше хоҡуҡтары һәм ирке һағында
Кеше хоҡуҡтары һәм ирке һағында

– Азамат Мөхәрәм улы, район прокуратураһы уҙған йылда муниципалитет территорияһында законлылыҡты тәьмин итеү өсөн нимәләр эшләне?
– Уҙған йылда Мәсетле районы территорияһында законлылыҡты нығытыу буйынса күп яҡлы күләмле эштәр башҡарылды. Иҡтисад, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын, иркен тәьмин итеү өлкәһендә – 572, шул иҫәптән урындағы үҙидара органдары һәм вазифалы кешеләрҙең 88 законһыҙ хоҡуҡи акты асыҡланды. Прокурор тарафынан саралар күреү һөҙөмтәләре буйынса уларҙың барыһы ла ғәмәлдәге ҡануниәт талаптарына ярашлы хәлгә килтерелде.
– Ниндәй өлкәләрҙә хоҡуҡ боҙоуҙар күберәк?
– Уҙған йылда милли проекттарҙы үтәүгә өҫтөнлөклө иғтибар бүленде. Килешеүҙәрҙе үтәмәү, килешеүҙәр төҙөгәндә һатып алыу процедураһын һәм конкуренцияны сикләүҙе боҙоу факттары теркәлде. Бөтә ғәйеплеләр административ һәм ҡаты дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды, ҡағиҙә боҙоуҙар бөтөрөлдө йәки уларҙы бөтөрөү прокуратура контроленә алынды.
Кеше һәм граждан хоҡуҡтарын, азатлығын күҙәтеү өлкәһендә социаль яҡланмаған граждандар категорияһы (күп балалы ғаиләләр, етем балалар, инвалидтар) хоҡуҡтарын яҡлауға, хеҙмәт хоҡуҡтарын үтәүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, биш етем баланың торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау өсөн район хакимиәтенә күрһәтмә бирелде, һөҙөмтәлә етемдәргә бирелгән торлаҡ төҙөлөш нормаларына һәм ҡағиҙәләренә ярашлы хәлгә килтерелде.
– Райондағы ниндәй проблемаларға прокуратура суд ҡарарҙары менән тәьҫир итте?
– Үткән йылда граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын тергеҙеү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлдек. 2021 йылда район судына 522 мең һумлыҡ эш хаҡын ҡайтарыу тураһында 48 ғариза ебәрелгән, бөтә дәғүәләр ҡаралған һәм ҡәнәғәтләндерелгән, әлеге ваҡытта яуап биреүсе суд ҡарарҙарын башҡарған.
Шулай уҡ иғтибар үҙәгендә – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге. Прокуратураның ике ғаризаһы буйынса нарколог кабинетында иҫәптә торған ике граждан транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителде.
Шулай уҡ беҙ балиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һағында торабыҙ. Был өлкәлә уҙған йылда 142 закон боҙоу осрағы асыҡланды, шул иҫәптән мәғариф, ғүмер һәм һаулыҡ һаҡлау, ғаилә һәм балалыҡты яҡлау өлкәләрендә, балиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙ йөрөүен һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү өлкәһендә.
Бөтә хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса йоғонто яһау саралары күрелде, законлылыҡ тергеҙелде.
– Кешеләр прокуратураға ниндәй һорау һәм мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә? Иң ауыр урындарҙы билдәләргә мөмкинме?
– Беҙ эшмәкәрлек алып барған эштең төп маҡсаты – кешеләргә реаль ярҙам итеү, уларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү. Граждандар, ҡағиҙә булараҡ, торлаҡ, хеҙмәт хоҡуҡтарын тергеҙеү, льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү, балаларҙың белем алыу шарттары кеүек мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре шәхси ҡабул итеү ваҡытында мөрәжәғәттәргә тулы яуап бирә, кәрәк булған осраҡта, яҙма мөрәжәғәт төҙөлә.
– Район прокуратураһы коллективы тураһында һөйләгеҙ әле.
– Беҙҙә берҙәм һәм эшкә һәләтле коллектив эшләй: прокурор урынбаҫары Владимир Бабченко, прокурор ярҙамсыһы Юлиә Халиҡова, белгес Айһылыу Мөхөтдинова, водитель Илнур Хәкимов, ә Гөлсирә Иҡсанова учреждение бинаһында таҙалыҡ булдыра.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА
әңгәмәләште.

Һүрәттә: Һулдан уңға – белгес Айһылыу Мөхөтдинова, район прокуроры Азамат Шәйбәков, прокурор урынбаҫары Владимир Бабченко, водитель Илнур Хәкимов.

Автор:Лариса Михалькова