Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
28 Декабрь 2021, 09:10

Кеше ғүмеренән дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡ

27 декабрҙә һөнәре ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу менән бәйле булған кешеләр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Кеше ғүмеренән дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡ
Кеше ғүмеренән дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡ

Беҙҙең район территорияһында ҡотҡарыу хеҙмәте 86-сы янғын һүндереү часы базаһында эшләй. Был хеҙмәтте беҙҙә ҡотҡарыусы танытмаһына эйә егерме ете кеше алып бара. Улар иҫәбендә Олег Фуфаев (һүрәттә – һулда) менән Андрей Комлев (уңда) та бар. Был ҡыйыу ҡотҡарыусылар егерме йылдан ашыу янғын һүндереү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү бурыстарын үтәй, юл-транспорт фажиғәләрендә һәм башҡа бәләләрҙә зыян күргәндәргә ярҙам итә.
Олег Владимирович Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң, хәрби комиссариаттан йүнәлтмә буйынса Ярославка ауылында водитель һөнәре ала. Артабан армияла хеҙмәт итә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 8-се ПМК-ла водитель булып башлай һәм ун йыл руль артында ултыра. 1992-2006 йылдарҙа 86-сы янғын һүндереү часында водитель, 2006-2010 йылдарҙа – янғын һүндереүсе, 2010 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем ҡарауыл начальнигы булып эшләй.
Олег Фуфаевтың әйтеүенсә, ҡотҡарыусы өсөн физик көс булыу ғына етмәй, махсус әҙерлек, ҡыйыулыҡ, тәүәккәллектән тыш, билдәле шәхси сифаттары ла булырға тейеш. Вайымһыҙ кешеләр башҡалар өсөн ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя алмай.
Ҡотҡарыусы хеҙмәте – ул техниканы һәм ҡорамалдарҙы даими әҙер тотоуҙы, һөнәри күнекмәләрҙе камиллаштырыуҙы талап иткән көндәлек ныҡышмалы хеҙмәт.
– Һөнәремдә бигерәк тә кешеләргә ярҙам итеү мөмкинлеге ҙур әһәмиәткә эйә, – ти Олег Фуфаев. – Кешеләр беҙҙең эште бер төрлө тип уйлап, хаталана. Эйе, билдәле бер алгоритм бар, әммә беҙ көн һайын күнекмәләр үтәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыу осрағына ғәмәлдәребеҙҙе көн һайын ҡабатлайбыҙ.
Эшләгән осорҙа ул үҙен ыңғай яҡтан ғына күрһәтә. Килеп тыуған ҡатмарлы шарттарҙа дөрөҫ эш итә, хәлде дөрөҫ баһалай. Намыҫлы хеҙмәте, һөнәрендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Олег Владимирович Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Маршал Василий Чуйков” миҙалы, хеҙмәттә өлгәшкән уңыштары, янғынға ҡаршы хеҙмәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, янғынды иҫкәртеү һәм һүндереү буйынса эштә өлгәшкән уңыштары, Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн “Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең 28-се отряды” грамотаһы менән бүләкләнгән.
Буш ваҡытта ул умартасылыҡ, һунарсылыҡ һәм балыҡ тотоу менән мауыға. Хәләл ефете менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, уларҙың дүрт ейәне бар.
Бала сағында уҡ ҡотҡарыусы булырға хыялланған коллегаһы Андрей Комлев был хеҙмәт юлына 1997 йылда баҫа.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән егет мәктәптә яҡшы уҡый, бигерәк тә геометрия һәм физкультура фәндәрен үҙ итә. Армияға алынғас, Афғанстан сигендә сик буйы ғәскәр-ҙәрендә хеҙмәт итә. 1997 йылда 86-сы янғын һүндереү ҡотҡарыу часына эшкә урынлаша, 2000 йылдан бөгөнгәсә ҡарауыл начальнигы вазифаһын башҡара.
– “Иҫкәртеү, ҡотҡарыу, ярҙам” һүҙҙәре барлыҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең девизы булып тора һәм күбеһенсә эшебеҙҙең асылын асып бирә, – ти Андрей Николаевич. – Янғындарҙы иҫкәртеү – янғын һағының тәү сираттағы бурысы. Әгәр инде янғын була ҡалһа, ул саҡта иң мөһиме – кешеләрҙе ҡотҡарыу, сөнки кеше ғүмеренән дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡ.
Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы янғын һүндереү часы бинаһында уҡытыу кластары бар. Шәхси состав үҙенең оҫталығын даими арттыра. Белгестәр ярыштарҙа һәм күнекмәләрҙә ҡатнаша. Шулай булғас, был ҡыйыу һөнәр эйәләре яҡшы әҙерлек үткән.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова