Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
22 Декабрь 2021, 11:20

Улар тормошобоҙҙо уңайлы итә

22 декабрҙә энергетика өлкәһенә ҡағылышы булған хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Улар тормошобоҙҙо уңайлы итә
Улар тормошобоҙҙо уңайлы итә

Мәсетле районында электр селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү менән ике ойошма шөғөлләнә. Улар – “ГИП-Электро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең айырым бүлексәһе һәм Мәсетле электр селтәрҙәре компанияһы коллективтары.
Район халҡы һәм ойошмалары энергетиктарҙың оператив эш итеүе, электр тапшырыу линияларында аварияларҙы һәм төҙөкһөҙлөктәрҙе ваҡытында бөтөрөүе һөҙөмтәһендә электр энергияһы менән тулыһынса тәьмин ителгән. Улар тотороҡло эшләү өсөн барыһын да үтәй: планға ярашлы бағаналарҙы – яңыһына, иҫке сымдарҙы заманса кабелдәргә алмаштыралар, план буйынса линия буйында ҡамасаулаған ағас-ҡыуаҡтарҙы киҫәләр.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында “ГИП-Электро” йәмғиәтенең айырым бүлек-сәһенең хеҙмәтләндереү зонаһында дөйөм оҙонлоғо 101,854 км булған һауа тапшырыу линиялары урынлашҡан: шуның 11,543 километры – 10 кВ һауа линияһы, шул иҫәптән 7,171 км – ВЛЗ-10 кВ, 90,311 км – ВЛ-0,4 кВ һәм 50 трансформатор пункты. Район электриктары 2559 көнкүреш ҡулланыусыһын һәм 288 ойошманы электр менән тәьмин итә. Шулай уҡ дүрт һыу алыу ҡоролмаһын, өс ҡаҙанлыҡты, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһын, 1-се лицейҙы, дүрт балалар баҡсаһын хеҙмәтләндерә. 17 кешенән торған коллектив менән Павел Антипин етәкселек итә.
2021 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса, улар ведомство ҡарамағындағы электр хужалығын техник хеҙмәтләндереү буйынса эштәрҙе тулы күләмдә башҡарған.
Тыныслыҡ, Ленин, Мәктәп, Салауат Юлаев, Мелиораторҙар, 8 Март, Пушкин, Сейәле, Сиренле урамдарындағы ҡулланыусыларҙы электр менән тәьмин итеүҙең сифатын һәм ышаныслылығын күтәреү маҡсатында ҡорамалдар алмаштырылған. Шулай уҡ Ключевой ауылында 1,2 км оҙонлоҡтағы 10 кВт һауа линияһы реконструкцияланды.
Оло Ыҡтамаҡ ауылының Беренсе май урамында 0,4 кВт (ВЛ-0,4кВ) һауа линияларын реконструкциялау башланды. Был линияны төҙөкләндереү инвестиция программаһы нигеҙендә подряд ойошмаһы көсө менән 2,049 километр күләмендә башҡарыла.
ВЛ-0,4КВ реконструкцияларының киләһе этабы Яр буйы, Совет, Т.Онкин, Шишмә урамдарындағы линияларҙа башҡарыласаҡ. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 1,434 км, шул иҫәптән 1,060 км ВЛЗ-10 кВт төҙөлә, ҡеүәте 160 кВА булған өҫтәмә трансформатор пункты ҡуйыла. 2022 йылдың беренсе кварталына Тыныслыҡ урамында 0,324 километр 0,4 кВт һауа линияһын яңыртыу планлаштырылған.

Наталья РУСИНОВА.

Улар тормошобоҙҙо уңайлы итә
Улар тормошобоҙҙо уңайлы итә
Автор:Лариса Михалькова