Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
22 Декабрь 2021, 12:00

Хеҙмәте менән маҡтаулы

Мәсетле электр бүлеү селтәре Оло Ыҡтамаҡ ауылынан тыш, райондың бөтә ауылдарында 446 километр оҙонлоғондағы ВЛ-10 кВ, 406 километр булған ВЛ-0,4 кВ һауа аша электр тапшырыу линияларын һәм 304 трансформатор подстанцияһын хеҙмәтләндерә.

Хеҙмәте менән маҡтаулы
Хеҙмәте менән маҡтаулы

Ағымдағы йылға планлаштырыл-ған эштәр тулы күләмдә башҡарылған, атап әйткәндә, утыҙ трансформатор подстанцияһы ремонтланған, Яңы Мөслим һәм Ҡотош ауылдарында һауа линиялары дүрт километр оҙонлоҡтағы айырым сымға алмаштырылған, Борғатья һәм Мәләкәҫ ауылдарында юғары вольтлы линиялар яңыртылған, Яуыш ауылында ҡоштарҙың электр тогынан һуғылып зыян күреүенә юл ҡуймау өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма ҡуйылған, башҡа эштәр башҡарылған.
Бөгөн электр бүлеү селтәре станцияһында Тимур Ғәлимйәнов етәкселегендә 35 кеше эшләй.
Илдар Ҡәйүмов – тәжрибәле белгестәрҙең береһе. Ул Кесе Ҡыҙылбай ауылында тыуып үҫкән, Әләгәҙ мәктәбен тамамлағандан һуң Красноуфимск тимер юл училищеһында “Сигнализация, үҙәкләштереү һәм блокировка буйынса электр монтажсыһы” һөнәрен ала. Хеҙмәт юлын училище юлламаһы буйынса 104-се Ҡазан төҙөлөш-монтаж предприятиеһында башлай. Аҙаҡтан ике йыл Себер яҡтарында заводта эшләй, 1983 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Илдар Вәкиф улы төньяҡ-көнсығыш электр селтәрҙәрендә эш башлағансы, бер нисә ойошмала водитель була. Оператив-күсмә бригада электромонтеры һәм шул уҡ ваҡытта водитель булып эшләү стажы 21 йыл тәшкил итә.
– Беҙҙең бригаданың эш фронты ҙур: электр менән тәьмин итеү килешеүҙәре һәм энергия һатыу нарядтары буйынса ҡулланыусыларҙың өйҙәрен электр селтәренә тоташтырыу һәм һүндереү, электр селтәрҙәрен ремонтлау һәм алмаштырыу, линияларҙы ҡарау, көсөргәнеште үлсәү һәм йүнәлеш буйынса башҡа эштәр, – тип һөйләй дүртенсе разрядлы электромонтер. – Һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан: бысраҡ, епшек ҡар һәм, хатта, ҡырҡ градус һыуыҡта ла беҙ район халҡын уңайлы тормош менән тәьмин итеү өсөн аварияларҙы бөтөрөүгә сығабыҙ.
Иртәнсәк бригада мастерҙан эш планын ала, эш төрө буйынса маҡсатлы инструктаж үтә, һуңынан наряд йәиһә бойороҡ яҙыла, ҡорамалдар әҙерләнә, шунан һуң ғына энергетиктар линияға сыға. Көн дауамында, кәрәк булған осраҡта, диспетчер рация буйынса уларға яңы ғаризалар тапшыра, белгестәр, ағымдағы эште башҡарғандан һуң, шунда уҡ киләһенә юлға сыға.
Йыш ҡына эш көнө тамамланғандан һуң тотҡарланырға йәиһә ял көнөндә сығырға тура килә: был ғәҙәттән тыш килеп тыуған хәл тиҙ арала ҡулланыусыларҙың өйҙәренә электр энергияһы килеүен тәьмин итеү өсөн эшләнә. Пандемия осоронда, күптәре өйҙә тороп эшләгән ваҡытта, электр энергияһын өҙлөкһөҙ биреү айырыуса мөһим.
– Эшемде яратам һәм беләм, – ти Илдар Ҡәйүмов. – Хәйер, был бәхәсле белдереү. Бөтә нимәне белеү мөмкин түгел, беҙгә, энергетиктарға, даими уҡырға, оҫталығыбыҙҙы камиллаштырырға тура килә. Ә шунһыҙ бер нисек тә булмай.
Яуаплы хеҙмәткәрҙе төньяҡ-көнсығыш электр селтәрҙәре етәкселеге бер нисә тапҡыр почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләгән.
– Илдар Вәкиф улы – аҡыллы, яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәткәр, – ти уның тураһында электр станцияһы начальнигы. – Уға йөкләмә биргәндә борсолмаҫҡа мөмкин, сөнки ул уны йөҙ процентҡа үтәйәсәк.
Ҡатыны Зөлфиә Ҡәйүмова менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Илсур менән Вадимдың үҙ ғаиләләре бар. Улар – өс ейәнгә олатай һәм өләсәй. Ҡыҙҙары Лиана һигеҙенсе класта уҡый.
Лариса РИЗВАНОВА.

Хеҙмәте менән маҡтаулы
Хеҙмәте менән маҡтаулы
Автор:Лариса Михалькова