Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
22 Декабрь 2021, 16:10

Үҙ эшен теүәл башҡара

Бөгөн – Рәсәй Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре көнө Был өлкә белгестәренә районда иртәме-һуңмы һәр кем мөрәжәғәт итә. “Әсәлек капиталы”на бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү, пенсия юллау һәм башҡа мәрәжәғәттәр – был мәсьәләләр нәҡ Пенсия фондында хәл ителә.

Үҙ эшен теүәл башҡара
Үҙ эшен теүәл башҡара

– Бөгөн район халҡына уларҙың тулы пенсия алыу хоҡуғына ярашлы пенсия булдырыу, иҫәпләү һәм уны ваҡытында еткереүҙе бүлектең 12 белгесе тәьмин итә, – тип һөйләй Рәсәй Пенсия фондының Мәсетле районындағы идаралығы начальнигы Эдуард Бәҙретдинов. – Бынан тыш беҙҙең хеҙмәткәрҙәр шәхси иҫәп алып бара, пенсия тупланмалары аҡсаһын күсереү тураһында ғаризалар ҡабул итә. Фонд пенсия тупланмаларын финанслау һәм “Әсәлек капиталы” буйынса дәүләт программаларын алып бара. Кешеләр дәүләт биргән мөмкинлектәр менән әүҙем файҙалана.
Етәксе хеҙмәткәрҙәре тураһында оло ихтирам менән һөйләй. Оло Ыҡтамаҡ ауылында Пенсия фонды булдырылған көндән алып эшләгән алдынғы белгес Гүзәлиә Ушаридзе – иң яҡшылар иҫәбендә.
Ул Буртаковка ауылында тыуып үҫкән. Әләгәҙ мәктәбен тамамлағандан һуң, Йошкар-Ола ҡалаһындағы төҙөлөш техникумына уҡырға инә. Иҡтисадсы һөнәре алып, тыуған яғына ҡайта. Хеҙмәт эшмәкәрлеген халыҡты социаль яҡлау бүлегендә белгес булып башлай.
1998 йылда, Пенсия фонды менән социаль яҡлау хеҙмәте берләштерелгәндән һуң, Рәсәй Пенсия фондына эшкә күсә һәм бөгөн дә шунда эшләй. Ул пенсия түләү өсөн документтар әҙерләү менән шөғөлләнә.
– Һәр йыл беҙгә үҙгәрештәр килтереүгә ҡарамаҫтан, эшем миңә бик оҡшай, – ти Гүзәлиә Рәйес ҡыҙы. – Беҙ райондың 7 меңдән ашыу гражданын мотлаҡ пенсия страховкалауы өлкәһендә хоҡуҡ һәм социаль ярҙам саралары менән тәьмин итәбеҙ.
Хаҡлы ялдағылар өсөн Пенсия фонды түләүҙәре берҙән-бер килем сығанағы булып тора. Был белгестәргә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, сөнки пенсияның бер көнгә тотҡарланыуы ла күптәр өсөн борсолоу тыуҙыра. Шуға күрә бөтә процесс яйға һалынырға, хатаһыҙ барырға, ваҡытында һәм тулы күләмдә күрһәтелергә тейеш. Әлбиттә, яңы мәғлүмәт системалары мөмкинлектәренән башҡа бер ни ҙә эшләп булмай.
Һөнәри эшмәкәрлегендәге уңыштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Гүзәлиә Ушаридзе район хакимиәте һәм Пенсия фондының Баш-ҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе почет грамоталары менән күп тапҡыр бүләкләнгән, 2016 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” дипломына лайыҡ була.
Ул – яҡшы хужабикә һәм ике улына яратҡан әсәй.
Диана ВАТОЛИНА.

Үҙ эшен теүәл башҡара
Үҙ эшен теүәл башҡара
Автор:Лариса Михалькова