Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
3 Декабрь 2021, 09:55

Һөнәренә тоғро белгес

Йыл һайын 2 декабрҙә Рәсәйҙә Банк хеҙмәткәре көнө билдәләнә. Банк хеҙмәткәрҙәре – финанс эштәре менән шөғөлләнгән белгестәр. Улар рәтенә кассир, бухгалтер, кредит буйынса белгес, менеджер, экономист, страховка агенттары инә.

Һөнәренә тоғро белгес
Һөнәренә тоғро белгес

Бөгөн Оло Ыҡтамаҡ ауылында урынлашҡан “Россельхозбанк”тың өҫтәмә офисында Илдар Ғималов етәкселегендә беренсе класлы алты белгес эшләй. Клиент менеджерҙары Зөлфиә Тәхәүетдинова менән Нина Чебыкина физик һәм юридик шәхестәрҙән кредитҡа ғаризалар ҡабул итә һәм кредит бирә, кредит тарихын алып бара, страховка продукттарын, кредит карталарын рәсмиләштерә. Операциялар башҡарыусы хеҙмәткәрҙәр Әлфиә Әхмәтсафина менән Надежда Легуш халыҡты вклад буйынса хеҙмәтләндерә, юридик шәхестәрҙең иҫәбен алып бара. Кассирҙар Эльза Таҫмағолова һәм Лилиә Шәйбәкова коммуналь түләүҙәрҙе күсерә, аҡса биреү һәм ҡабул итеү эшен башҡара.
Һәр кем банк хеҙмәткәре һөнәренә уҡый ала, ә уны яратып, бар ғүмерен ошо эшкә бағышларға барыһының да хәленән килмәй. Яуаплы, эшһөйәр һәм түҙемле булыу сифаттарына эйә булған Зөлфиә Тәхәүетдинова банк өлкәһендә 1991 йылдан алып эшләй.
Ул Ҡорғат ауылында тыуып үҫкән, мәктәптә яратҡан фәне математика була. Урта дөйөм белем алғас, Өфө финанс техникумына, ул ваҡытта яңы асылған “Аҡса, кредит, банк эше” факультетына уҡырға инә. Һөнәр алып сыҡҡас, Оло Ыҡтамаҡ ауылы Һаҡлыҡ банкында эш башлай. 19 йыл эсендә төрлө вазифаларҙа эшләй.
2010 йылда “Россельхозбанк”ка өлкән иҡтисадсы булып урынлаша, бөгөн ул баш клиент менеджеры вазифаһында эшләй. Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы – әүҙем тормош позицияһы булған, бөтмәҫ энергияға бай кеше. Ул коллегаларын да дәртләндереп тора.
– Банк системаһының эше, хәҙерге заман кеше тормошо кеүек үк, бик хәрәкәтсән, – тип билдәләй ул. – Заман менән бергә атлау, клиенттарҙың ихтыяжын һәм теләктәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн “Россельхозбанк” хеҙмәт һәм продукт спектрын даими киңәйтә. Һуңғы бер нисә йылда беҙ алып барған күп кенә операциялар камиллашып, универсаль булып китте. Беҙ эшләгән компьютер программалары ла үҙгәрҙе.
Банктың финанс ярҙамы менән күп кенә клиенттар райондың иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән ҡыйыу идея һәм хыялдарын, яңы проекттарын тормошҡа ашыра ала.
– “Россельхозбанк” интернет-сервисы кеүек яңы технологиялар индереү ярҙамға мохтаждар һанын кәметергә мөмкинлек бирҙе, – ти Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы. – Шулай булыуына ҡарамаҫтан, һәр клиентҡа шәхси ҡараш һаҡларға тырышабыҙ. Мәҫәлән, беҙҙә һайлап алыу өсөн бер нисә кредит продукты бар. Хәҙер кредит ставкаһы клиенттың түләү һәләте, кредит тарихы һәм кредитты теләгән ваҡытта түләү мөмкинселегенә ҡарап иҫәпләнә.
Банкта эшләгән ваҡытта ул эштең барлыҡ нескәлектәренә өйрәнә, оҙайлы ял ваҡытында уны идарасы алмаштыра. Клиенттар уға мөрәжәғәт итергә ярата, сөнки һәр ваҡыт йылмайып ҡаршы ала, мәрхәмәтле. Банк тәҡдим иткән хеҙмәттәрҙе клиенттарға һорауҙары буйынса күрһәтергә тырыша.
– Уңышҡа өлгәшеү өсөн ҡатын-ҡыҙға күп эшләргә, шул иҫәптән үҙең өҫтөндә лә, һәр саҡ һәм бөтә нәмәлә тигеҙлек таба белергә, ә иң мөһиме – шөғөлләнгән эшеңде яратырға кәрәк, – ти Зөлфиә Тәхәүетдинова.
Ул яҡшы хужабикә, ғаиләһен тәмле аштары менән һыйларға ярата. Ғүмер буйы элемтә үҙәгендә эшләгән ире Ранис Рафаэль улы менән ике бала үҫтерәләр. Улдары Екатеринбург ҡалаһында эшләй, ҡыҙҙары – һигеҙенсе класс уҡыусыһы.
Лариса РИЗВАНОВА.

Һөнәренә тоғро белгес
Һөнәренә тоғро белгес
Автор:Лариса Михалькова