Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
12 Ноябрь 2021, 09:35

Эшкә яҡшы кәйеф менән

Бөгөн Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдары уңайынан ҡот- лауҙар ҡабул итә. Быйыл илдең иң ҙур финанс ойошмаһына 180 йыл тула.

Эшкә яҡшы кәйеф менән
Эшкә яҡшы кәйеф менән

“Рәсәй һаҡлыҡ банкы” ойошмаһының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы махсуслаштырылған өҫтәмә офисы етәксеһе Алина Ғибәҙуллина әйтеүе буйынса, бөгөн мәсетлеләрҙе хеҙмәтләндереү буйынса бүлектә туғыҙ белгес иҫәпләнә. Клиенттар менән эшләүсе өлкән менеджерҙар Анна Ҡәйүмова һәм Ирина Домрачева физик шәхестәргә кредит биреү, һаҡлыҡ банкына аҡса һалыу, страховка продукттары документтарын тултырыу, пластик карта биреү эше өсөн яуаплы. Өлкән менеджерҙар Радмила Мос-тафина, Розалия Бәйтуллина, Регина Вәлиева, Алтын Саҙиҡова һәм Найлә Сибәғәтуллина халыҡҡа һаҡлыҡ банкына аҡса һалыу, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр ҡабул итеү хеҙмәтен күрһәтә.
Бүлек коллективында асылда йәштәр эшләй. Әммә уларҙы яңы эш башлаусы тип әйтмәҫһең – белгестәр эш тәжрибәһе туплаған, һәр ҡайһыһының үҙ эшмәкәрлек йүнәлеше бар, бурыстарын төплө беләләр һәм яуаплы башҡаралар.
Урындағы өҫтәмә офис-та иң тәжрибәле хеҙмәткәр – 17 йыл хеҙмәт стажына эйә Наталья Вәликаева (һүрәттә). Ул Илеш районы Андреевка ауылында тыуып үҫкән. Бузулук гидромелиорация техникумында бухгалтер һөнәрен алып сыҡҡас, Андреевка ауыл советында йәштәр эше буйынса белгес булып хеҙмәт юлын башлай. 1996 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килгәс, бер нисә йыл һөнәре буйынса эшләй. Ә 2004 йылда Һаҡлыҡ банкы офисына контролер булып урынлаша. Бөгөн ул – етәксе урынбаҫары.
– Минең төп бурысым – клиенттарҙы хеҙмәтләндереү, – ти Наталья Константиновна. – Беҙҙең филиалдың эшендә бизнес-күрһәткестәрҙе үтәү генә түгел, ә һәр кешене уңайлы хеҙмәтләндереү ҙә беренсе урында тора. Коллегаларыбыҙ менән бергә клиенттың ихтыяжын тиҙ һәм сифатлы башҡарырға тырышабыҙ. Ҡыйынлыҡтар ҙа килеп сыға, сетерекле хәлдәр була, ләкин беҙҙең эштең асылы шунда. Мөмкин тиклем бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Был офистың эшен көйләй, коллегаларҙы берҙәм команда итә.
Кешеләр менән эшләү үҙенсәлеге банк хеҙмәткәрҙәренең әҙәпле һәм ихтирамлы булыуын, ә һандар менән эш йыйнаҡлыҡ һәм иғтибар талап итә.
– 2019 йылда офис үҙгәртеп ҡоролдо, – тип һөйләй Наталья Вәликаева. – Һаҡлыҡ банкы күп төрлө продукт һәм хеҙмәттәр тәҡдим итә. Беҙҙең офиста һәр ваҡыт төрлө сетерекле мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам итергә әҙер хеҙмәткәрҙәр эшләй.
Ваҡ офистар – иң тәүҙә хеҙмәтләндереү өлкәһе. Стресс хәлдәренә бирешмәү, клиенттарҙы күрә белеү һәм яҡшы кәйеф сифаттары етәксе урынбаҫарына хас.
Наталья – өс балаға наҙлы әсәй, хәстәрлекле ҡатын, яҡшы хужабикә. Яҡындарын тәмле аш-һыуҙары менән ҡыуандыра, йәй көнө буш ваҡыты емеш-еләк баҡсаһында уҙа.

Эшкә яҡшы кәйеф менән
Эшкә яҡшы кәйеф менән
Автор:Лариса РИЗВАНОВА