Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
10 Ноябрь 2021, 09:45

Шәхси өлгөһө менән хөрмәт яулай

10 ноябрь – эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Шәхси өлгөһө менән хөрмәт яулай
Шәхси өлгөһө менән хөрмәт яулай

Ил менән Леонид Брежнев идара итеп, Николай Щелоков эске эштәр министры вазифаһын башҡарған ваҡытта Эске эштәр министрлығы Советтар Союзы осоронда иң ҡеүәтле ведомстволарҙың береһенә әйләнде. Николай Анисимович министрлыҡ өсөн аҡса һәм техника табыуҙан тыш, кадрҙар составын нығытты, партия һәм комсомол ойошмалары йәлеп ителгән сәйәси эш әүҙем барҙы.
Ҡораллы Көстәр һәм Эске эштәр министрлығында төрлө структур подразделениелар барлыҡҡа килде. Шуларҙың береһе – сәйәси-тәрбиә эше (ПВР) бүлеге. Уның нигеҙендә Мәсетле районы эске эштәр бүлегендә сәйәси-тәрбиә эше буйынса начальник урынбаҫары (замполит) вазифаһы булдырылды. Был урынға предприятие һәм учреждениеларҙың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре йүнәлтелде.
Замполит бурыстары ла билдәләнде: ентекләп кадрҙар һайлап алыу, уҡыуҙар ойоштороу, сәйәси мәғлүмәт еткереү, спорт-сәләмәтлек, мәҙәни саралар һәм йәш хеҙмәткәрҙәрҙән ант ҡабул итеү.
Мәсетле районы эске эштәр бүлегендә Рәфҡәт Әсҡәт улы Закиров тәүге замполит булды. Әммә бер аҙҙан уны Йәрмәкәй районы эске эштәр бүлеге начальнигы итеп күсерҙеләр.
Район партияһы тәҡдиме буйынса замполит вазифаһына Башҡорт педагогия институтын тамамлаған, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә эшләп йөрөгән йәш уҡытыусы Юлай Йосопйән улы Вәлиев күрһәтелә.
Юлай Йосопйән улы 1951 йылдың 25 сентябрендә Яңы Мишәр ауылында уҡытыусылар Йосопйән Мирйән улы һәм Менәүәрә Зөфәр ҡыҙы ғаиләһендә донъяға килә.
Вәлиевтар Һабанаҡ ауылына күсә һәм Юлай Йосопйән улы урындағы мәктәптә, артабан Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә белем ала. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, юғары уҡыу йортона инеп, атаһы юлы менән китә.
Уҡыуын тамамлағас, ҡатыны Әлфирә Хәзи ҡыҙы менән йүнәлтмә буйынса Мәсетле районына ҡайталар. 1981 йылда уны Мәсетле районы эске эштәр бүлегенә замполит вазифаһына эшкә саҡыралар.
Ошо ваҡыттан алып уның өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеү менән бәйле яңы тормош башлана.
Хәрби бурыстарын башҡарған Юлай Вәлиев төп эшенән тыш, бүлек начальнигын алмаштыра. Министрлыҡтың ил буйынса ҙур, әһәмиәтле ваҡиғалар айҡанлы уҙғарған бүлек эшмәкәрлеге хеҙмәте буйынса эстафетаны ойоштороп, уны уҙғарыу эше менән етәкселек итә. Эстафетаны замполиттың үҙе ҡатнашлығында делегацияның Асҡын районы эске эштәр бүлегенә тапшырыуы бигерәк тә ныҡ иҫтә ҡалған. Ошо ваҡиғаны хәтерләтеп торған фотолар һәм альбомдар Эске эштәр министрлығы музейында һаҡлана.
Әүҙем, дәртле кеше булараҡ, ул Милиция көнөнә арналған сараларҙы бүлек хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ҡатындары ҡатнашлығында оҫта итеп ойоштора. Хеҙмәткәрҙәрҙең күп ваҡытын хәрби эшкә бүлеүе ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡҡа алып килә. Устав талаптарын боҙоу ҙа булғылай. Был осраҡта Юлай Йосопйән улы хәрби эшмәкәрлекте көйләү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар советы эше, рядовой, сержант, офицер составында иптәштәр намыҫы судын оҫта ойоштора. Йәш хеҙмәткәрҙәргә тәжрибәле өлкәндәрҙе остаз итеп ҡуя. Һуғышта ҡатнашҡан, хаҡлы ялдағы ветерандар менән осрашыуҙар үткәрә.
Әүҙем хәрби эшмәкәрлеге өсөн Юлай Йосопйән улы Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлыҡтары, Мәсетле районы эске эштәр бүлеге почет грамоталары менән бүләкләнә.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Рим Насыров, Әҡсән Нурмөхәмәтов һәм Юлай Вәлиев кеүек етәкселәр Мәсетле районы хоҡуҡ һаҡлау органдарында иң ҙур эш стажы туплаған.
Юлай Йосопйән улы эш яратыуы, вазифалы бурысына яуаплы ҡарауы һәм шәхси өлгөһө менән хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт яуланы. Уның менән яҡшы таныш булған кешеләр һәр ваҡыт ыңғай яҡтарын ғына билдәләй.
Оло Ыҡтамаҡ лицейында уҡытыу-сы булып эшләгән ҡатыны Әлфирә Хәзи ҡыҙының тормош иптәшенең эшенә аңлап ҡарауы һәм ярҙамы менән ул яҡшы ғаилә башлығы ла булып ҡала алды.
Юлай Вәлиев 2002 йылда милиция майоры дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡты. 2017 йылда 66 йәшендә ҡаты сирләгәндән һуң вафат булды.
Вәрис ВӘЛИЕВ,
Эске эштәр министрлығы ветераны, милиция подполковнигы.

Һүрәттә: Мәсетле районы эске эштәр бүлеге коллективы, 1987 йыл.
Юлай Вәлиев беренсе рәттә һулдан өсөнсө.

Шәхси өлгөһө менән хөрмәт яулай
Шәхси өлгөһө менән хөрмәт яулай
Автор:Наталья  Русинова