Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
10 Ноябрь 2021, 09:15

Граждандар именлеге һағында

Рәсәйҙә йыл һайын 10 ноябрҙә Милиция көнө билдәләнә. 2011 йылда, милиция хеҙмәте полиция итеп үҙгәртелгәс, уға Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө тигән рәсми статус бирелде.

Граждандар именлеге һағында
Граждандар именлеге һағында

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге оҙаҡ йылдар дауамында төбәктә яҡшы әҙерлек үткән һәм эшкә һәләтле коллектив тип иҫәпләнә. Бүлектә бурыс-тарына яуаплы ҡараған, етди эшләгән хеҙмәткәрҙәр булғанда ғына позиция тотоу һәм лидерҙар рәтендә ҡалыу мөмкин. Район эске эштәр бүлеге менән полиция подполковнигы Вадим Шәйхетдинов етәкселек итә.
Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Ошонда уҡ мәктәптә белем алған. Әйткәндәй, яҡшы уҡыған буласаҡ эске эштәр хеҙмәткәре мәктәптә айырыуса йәмғиәтте өйрәнеү һәм физкультура дәрестәрен үҙ итә. Ҡулына аттестат алғандан һуң, Йоматау аграр техникумының “Хоҡуҡ” факультетына уҡырға инә һәм юрист һөнәренә эйә була. Хеҙмәт юлын Вадим Эльмар улы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығында башлай. Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһына уҡырға инә.
2006 йылда Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлегенә күсә. Ҡануниәттең үтәлешен тәьмин итеүҙә һәм тәртип боҙоу-сылар менән көрәштә баһалап бөткөһөҙ эш тәжрибәһе туплап, тәүтикшереү бүлеге начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә.
Ғаилә шарттары буйынса Вадим Шәйхетдиновҡа бер нисә тапҡыр йәшәү урынын алмаштырырға тура килә: Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлегендә, Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса үҙәк аппаратында хеҙмәт итә.
2019 йылдан алып Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеген етәкләй.
– Эске эштәр бүлегендә эш сыҙамлылыҡ, юғары профессиональ сифаттар талап итә, – ти Вадим Эльмар улы. – Участка уполномоченныйҙары, тәфтишселәр һәм башҡа хеҙмәткәр-ҙәр граждандарҙың хәүефһеҙлеге һәм закон һағында тәүлек әйләнәһенә эшләй. Енәйәтсене асыҡлау һәм тотоу – еңел булмаған бурыс. Йыш ҡына ул ғүмер өсөн хәүефле. Йәмәғәтселек полицияға ышаныс белдергәндә генә юғары эш һөҙөмтәһе була. Хеҙмәттәге төп принцип – граждандарҙың хәүефһеҙлеген һәм законлылыҡты тәьмин итеү.
Һөнәри байрамыбыҙ алдынан бөтә коллективты, шулай уҡ беҙҙең ветерандарҙы Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Уларға һәм ғаиләләренә ныҡлы һаулыҡ, ышаныслы тыл, һөнәри уңыштар теләйем.

Граждандар именлеге һағында
Граждандар именлеге һағында
Автор:Лариса РИЗВАНОВА