Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
1 Ноябрь 2021, 09:15

Үҙ бурысына яуаплы ҡарай

1 ноябрҙә суд приставтары һөнәри байрамдарын билдәләй. Был хеҙмәт Рәсәйҙә XIX быуатта барлыҡҡа килгән, ә 2005 йылдан үҙ аллы дәүләт органы статусы алған хеҙмәттең 2009 йылда һөнәри байрамы ла барлыҡҡа килде. Үткән дәүерҙә суд эштәре буйынса чиновниктар яуап биреүсе һәм шаһиттарҙы судҡа саҡырыу, шулай уҡ бурыстарҙы түләттереү эшен башҡарған приставтар хеҙмәтен башҡарһа, бөгөн суд приставы – суд ҡарары үтәлешен контролдә тотҡан вазифалы кеше.

Үҙ бурысына яуаплы ҡарай
Үҙ бурысына яуаплы ҡарай

Мәсетле районы суд приставтары хеҙмәте бүлегендә тәжрибәле белгестәр – үҙ эштәренең ысын оҫталары, белемле һәм яуаплы хеҙмәткәрҙәр эшләй.
Икенсе разрядлы белгес Лилиә Баева был хеҙмәттә – 2012 йылдан. Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Мәктәптә яҡшы уҡый, яратҡан фәндәре – математика, рус теле һәм физкультура. Етенсе кластан алып баскетбол уйыны менән мауыға, район ярыштарында ҡатнаша.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Баскетбол уйынын яратҡан иҡтисад факультеты студенткаһы, университеттың спорт сараларында әүҙем ҡатнашып, миҙал һәм грамоталар менән бүләкләнә.
Юғары белем алғандан һуң, Лилиә Әхмәтйән ҡыҙы хеҙмәт юлын Һаҡлыҡ банкында консультант булып башлай. Күп тә үтмәй, Мәсетле районы суд приставтары хеҙмәте бүлегендә эш урыны барлығы хаҡында хәбәр ала.
Яуаплы хеҙмәткә урынлашыуҙың еңел булмаған һынауҙарын үтеп, депозит иҫәп эшен алып барыу белгесе вазифаһын биләй. Бөгөн уның суд приставтары хеҙмәтендә эшләү стажы туғыҙ йыл тәшкил итә.
– Эшем бик көсөргәнешле һәм ҙур яуаплылыҡ талап итеүенә ҡарамаҫтан, был өлкәлә хеҙмәт оҡшай, – тип һөйләй Лилиә Баева. – Килгән һәм киткән хаттарҙы теркәү, документтар тултырыу, уларҙы билдәле тәртиптә тотоу, иҫәпкә килгән аҡсаны суд ҡарарын ғәмәлгә ашырыу буйынса бурыстарҙы ябыу өсөн бүлеү эшен башҡарыу минең өҫтә.
Суд приставтары институты быуат ярым эшләп килә, ә шулай ҙа уның төп бурысы – төрлө суд акттарын үтәү – үҙгәрешһеҙ ҡала.
– Суд приставтарының эшендә иң мөһиме – законды ваҡытында үтәү, – ти Лилиә Әхмәтйән ҡыҙы. – Пристав ике ут – ҡәнәғәтһеҙлек белдергән бурыслы һәм түләттереүсе – араһында эшләй. Был осраҡта сыҙамлылыҡ, тотанаҡлыҡ, әҙәп һаҡлау кәрәк, сөнки һәр кешенең – үҙ яҙмышы, үҙ тарихы.
Суд хеҙмәтенең эше ниндәй генә һөҙөмтәле булмаһын, бойороҡтарҙы ғәмәлдә башҡармайса тороп, теләһә ниндәй суд ҡарары ҡағыҙҙа ғына ҡала. Бары тик суд приставтары ғына закон талаптарын үтәү гаранты булып тора.
– Үҙем эшләгән суд приставтары коллективын байрам менән ҡотлайым! Барыһына ла сәләмәтлек, рух ныҡлығы, үҙ көстәренә ышаныс, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем, – ти Лилиә Баева.

Үҙ бурысына яуаплы ҡарай
Үҙ бурысына яуаплы ҡарай
Автор:Лариса РИЗВАНОВА