Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
19 Октябрь 2021, 10:00

Ашнаҡсы бәхете – халыҡтың рәхмәте

Үҙ ғүмерендә дөйөм туҡланыу ойошмаһына инеп тамаҡ ялғап сыҡмаған кеше юҡтыр. Әлбиттә, беҙ хәҙер аш-һыуҙы өйҙә әҙерләүҙе өҫтөн күрәбеҙ. Әммә оло быуын район ҡулланыусылар кооперативы һәм 8-се механизацияланған күсмә колонна ашханаларын яҡшы хәтерләй. Уларға килеп ингәс, тәҡдим ителгән ризыҡтарҙың күплегенә ҡарап, ҡайһы-һын һайларға белмәй тораһың: төрлө-төрлө салаттар, аш, төрлө эслек менән ҡоймаҡ, бәлеш һәм итле ризыҡтар. Бөгөн районда бындай менюны шифахана ашханаһында ғына күрергә мөмкин.

Ашнаҡсы бәхете – халыҡтың рәхмәте
Ашнаҡсы бәхете – халыҡтың рәхмәте

Иртәнге ашты өлгөртөү өсөн иртә таңдан тороп тәмле ризыҡтар хәстәрләгән ашнаҡсылар һәм аш-һыу бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре 20 октябрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
Ошо байрам айҡанлы беҙ Мәсетле ата-әсәләр менән балалар өсөн шифахана ашханаһына юлландыҡ.
Ҙур булмаған татыу коллективта ике смена менән ун кеше эшләй: дүртәүһе – ашнаҡсылар Фәнзиә Денисламова, Ирина Секерина, Рәфилә Әхәтова, Гөлйөҙөм Ғәлләмова; Рәфилә Зарипова, Галина Закомлистова, Зөлфиә Ишемғолова – аш-һыу бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре; Вероника Уразбахтина – официант; Лилиә Ғәлимйәнова һәм Нурия Өмөтдинова – бинаны йыйыштырыусылар. Таңғы алты сәғәт тулыр-тулмаҫ элек улар эш урынында була. Эш иң тәүҙә кәрәкле аҙыҡ-түлекте әҙерләүҙән башлана: ит иретеү, таҙартыу, бешереү. Ете сәғәттә – аш әҙерләү цехтарында эштең ҡыҙған мәле: берәү аш, бутҡаның бешкәнен күҙәтеп, көйләп тора, берәү ҡоймаҡ ҡоя йәиһә төшкө ашҡа биреләсәк салаттарға кәрәкле йәшелсәләрҙе турай. Сәғәт һигеҙҙә бар нәмә бешкән һәм әҙер өҫтәлдәр ял итеүселәрҙе көтә.
Ашнаҡсының эше еңелдән түгел. Һәр хужабикә үҙенең өс-дүрт кешенән торған ғаиләһе өсөн бер ашты тәмле итеп бешерергә тырышһа, ә бына ошондай уҡ ризыҡты ике-өс йөҙҙән ашыу кешегә әҙерләү, эҫе һауалы аш-һыу бүлмәһенең шарттары – ҙур сыҙамлылыҡ талап итә. Эш ваҡытының 80 проценты ҡыҙыу плита артында үткән ашнаҡсының сәләмәтлеге лә ныҡ булырға тейеш.
– Йәшелсәләрҙе ҡул менән таҙартыу заманы үткәндә ҡалды, бысаҡты ҡыҫып тотоп ҡулда һөйәлдәр ҡала торған ине, – ти 20 йыл эш стажы булған Фәнзиә Денисламова. – Бөгөн эшләүе – үҙе бер кинәнес. Цехта заманса ҡорамалдар урынлаштырылған, өҫтәлдәр уңайлы, һыуытҡыстар бар.
Шифахана хеҙмәткәрҙәре ял итеүселәрҙе көнөнә алты тапҡыр төрлөләндереп туҡландыра, меню “Роспотребнадзор” тарафынан раҫланған.
– Унда аштың ун төрө, төрлө бутҡа, салат, күмәс, компот, һөт ризыҡтары ҡаралған, – ти диетик туҡланыу буйынса шәфҡәт туташы Азалия Хәбибуллина. – Икмәк һәм һөт ризыҡтары менән урындағы етештереүселәр тәьмин итә, ә күмәс һәм ҡалған ризыҡты оҫта ҡуллы ашнаҡсылар үҙҙәре әҙерләй.
Гөлйөҙөм Ғәлләмова был өлкәлә 25 йылдан ашыу эшләй. Шуның һуңғы ете йылы – шифахана ашханаһында.
– Эш ҙур сыҙамлылыҡ талап итә. Һигеҙ сәғәт буйына баҫып торорға кәрәк. Әммә мин был ритмға өйрәнгәнмен. Иң мөһиме – беҙҙә ял итеүселәр өсөн тәмле аш-һыу бешереүемдән ҙур ҡәнәғәтлек алам, – ти ул.
Ашнаҡсылар Рәфилә Әхәтова һәм Ирина Секерина ун йылдан ашыу һөнәр-ҙәренә тоғро ҡалып, хеҙмәт юлын дауам итә.
Рәфилә Зарипова шифахана ашханаһы асылғандан бирле аш-һыуҙары менән ҡыуандыра. Уның был өлкәлә дөйөм эш стажы – 35 йылдан ашыу. 2001 йылдан – ул шифахананың өлкән ашнаҡсыһы. Юғары квалификацияға эйә. Һөнәри оҫталығы өсөн “Башҡортостан Республикаһының оҫта ашнаҡсыһы” исеменә лайыҡ. Уның тырыш хеҙмәте күп һанлы грамоталар, рәхмәт хаттары менән баһаланған. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, дүрт йыл дауамында ашханала аш-һыу бүлмәһе хеҙмәткәре эшен башҡара.
– Ойошҡан, хеҙмәт яратҡан, бөхтә, сыҙамлы, үҙ эшен бик яҡшы белгән дуҫ коллектив тупланған беҙҙә, – тип ҡылыҡһырлай шифахананың баш таби- бы Анастасия Бәҙәмшина. – Шифахана ашханаһында осраҡлы кешеләр юҡ. Рецепты ҡәтғи үтәп, техник яҡтан аш-һыуҙы әҙерләү генә аҙ. Иң мөһиме – эшеңде яратып башҡарыу һәм унан ҡәнәғәт булыу. Беҙҙең ашнаҡсылар нәҡ шундай! Эштәре ауыр булыуына ҡарамаҫтан, улар һынатмай, шифахана мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итә. Уларҙың мөһим бурысы – ял итеүселәрҙе тәмле һәм файҙалы ризыҡ менән тәьмин итеү. Быны ял итеүселәрҙең шифахана китабындағы рәхмәт һүҙҙәре дәлилләй. Һөнәри байрам алдынан шифахана ашнаҡсыларына ныҡлы сәләмәтлек, донъя именлеге теләйем.

Ашнаҡсы бәхете – халыҡтың рәхмәте
Ашнаҡсы бәхете – халыҡтың рәхмәте
Автор:Наталья  Русинова