Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
13 Октябрь , 11:15

Рәсәй дәүләт страховкалау компанияһына – 100 йыл

Илебеҙҙә киң билдәле Рәсәй дәүләт страховкалау компанияһы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Нәҡ 100 йыл элек, 1921 йылдың 6 октябрендә, РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары беҙҙең илдә дәүләт милек страховкаһы системаһын булдырыу тураһында Совет Декретына ҡул ҡуя.

Рәсәй дәүләт страховкалау компанияһына – 100 йыл

Рәсәйҙә “Росгосстрах” компанияһының тыуған көнөн йола буйынса Страховкалаусы көнө булараҡ билдәләйҙәр, сөнки хәҙерге заманса страховкалаусы хеҙмәт баҙары үҫеше компанияның тарихы, хеҙмәткәрҙәре һәм агент корпусы менән тығыҙ бәйләнгән.
“Росгосстрах” – банк өлкәһе партнерҙары, ритейлдар (интернет селтәре аша тауар һатыусылар), автобаҙар менән әүҙем эш итеп, страховка һәм эйәрсән хеҙмәт йүнәлеше эшен үҫтергән юғары технологиялы универсаль компания.
– Компанияның филиалдары һәм универсаль офистары Башҡортостандың һәр ҡалаһында һәм райондарында бар, – тип һөйләй “Рәсәй дәүләт страховкалау компанияһы” агентлығының “Мәсетле” филиалы етәксеһе Гөлсинә Әхтәрова. – Беҙҙең офисҡа страховкаға бәйле бар һорауҙар менән, әйтәйек, консультация алыу, килешеү төҙөү, зыянды ҡаплатырға ғариза биреү өсөн мөрәжәғәт итергә мөмкин. Һәр ауыл биләмәһенә ауыл халҡын яҡшы белгән, консультация күрһәтергә әҙер булған страховкалаусы агент беркетелгән. Пандемия беҙҙең өсөн оло һынау тыуҙырҙы. Билдәһеҙлек, хәүеф. Нисек һаҡланырға, сир йоҡтороу ихтималлығын нисек кәметергә? “Росгосстрах” барлыҡ килеп тыуған һорауҙарға тиҙ яуап тапты. Беҙ яңы эш шарттарына тиҙ ҡулайлаштыҡ. Барып ҡарамай, дистанцион рәүештә юлларға мөмкин булған сәләмәтлек, автомобиль һәм мөлкәтте страховкалау линейкаһы эшен ебәрҙек. Агенттарға уңайлы полислы һанлы майҙансыҡ – “Агентология” ҡорамалы булдырҙыҡ, уның ярҙамында өйҙән, ҡала ситендәге өйҙән, хатта юлда, транспортта китеп барғанда страховка килешеүен төҙөргә, бының өсөн иҫәпләшергә мөмкин.
Ойошмала биш офис хеҙмәткәре, 15 страховка агенты эшләй. Эш итә белеү оҫталығы, тәжрибә, хеҙмәт яратыуҙары менән айырылып торған һәм компания эшендә 25 йылдан ашыу тоғро хеҙмәт иткән хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләп уҙғы килә. Улар Зимфира Моратшина, Асия Вәлиева, Гөлнур Хәйерзаманова, Зөбәйҙә Хөснуллина, Эльза Оморҙаҡова.
Гөлнур Хәйерзаманова һәм Айһылыу Безабчук мөлкәтте страховкалау буйынса йыллыҡ йыйымдары бер миллион һумға еткән миллионерҙар клубына инә.
Компания, ауыр ваҡыт булыуына ҡарамаҫтан, йылдар эсендә страховкалаусы күрһәткән тотороҡлолоҡ, яҡшы финанс күрһәткестәре, эшкә һиҙгер ҡарашлы, аҡыллы етәкселәре менән үҫешә һәм йәшәй.

Автор:Лариса РИЗВАНОВА