Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
12 Октябрь , 15:00

Яуаплы бурыс башҡара

Һәр предприятиела эш башлаусының хеҙмәт юлы кадрҙар бүлегенән башлана. Завод һәм фирмаларҙың, предприятие һәм учреждениеларҙың, ойошмаларҙың ошо мөһим йүнәлеше хеҙмәткәрҙәре 12 октябрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамдарын – Кадрҙар органдары хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләй. Был дата уңайынан беҙ 30 йыл ғүмерен ошо хеҙмәткә бағышлаған Надежда Ватолина менән осраштыҡ.

Яуаплы бурыс башҡара

Эштәр алып барыусы һөнәрен ул тыуып үҫкән Каменск-Уральск ҡалаһында ала. Хеҙмәт юлын йүнәлтмә буйынса район Советы башҡарма комитетында секретарь булып башлай.
Бер мәл бергә уҡыған әхирәте Надежда Александровнаны Түбәнге Бобин ауылына туйына шаһит итеп саҡыра. Бында ул яҙмышын – Владимир Вениаминовичты осрата. 1989 йылда ҡыҙ Түбәнге Бобин ауылына килен булып төшә. Шул ваҡыттан башлап уның тормошо – Мәсетле ере, ә хеҙмәт юлы “Ленинский” хужалығы менән бәйләнә.
– Тәүҙә В. И. Ленин исемендәге колхоз (хужалыҡтың элекке исеме) китапханаһында эшләнем, һуңынан – фермала. 1991 йылда сирләп киткән кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрен алмаштырып тороуымды һоранылар. Ул ваҡытта хужалыҡ менән Михаил Иванович Томилов етәкселек итә ине. Шул мәлдән бирле ошо вазифала эшләйем. Бер үк ваҡытта секретарь бурысын да алып барам, – ти ул.
Надежда Александровна хужалыҡты кәрәкле кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса эште ойоштора, хеҙмәт килешеүҙәре төҙөй, хеҙмәткәрҙәрҙең эске хеҙмәт тәртибе, санитар-эпидемиологик режимдың, вазифа инструкцияһы талаптарының үтәлешен контролдә тота. Эшкә ҡабул итеүҙән тыш, эшселәргә ҡартлыҡ, инвалидлыҡ, ҡараусыны юғалтыу буйынса пенсия тәғәйенләү өсөн документтар әҙерләй, эштән китеү, икенсе вазифаға күсерелеү тураһында бойороҡтарҙы теркәй. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә кәрәкле белешмә ҡағыҙҙары әҙерләй, отпуск биреү графигын алып бара. Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге, архив, пенсия фонды, хәрби комиссариат кеүек район ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Кадрҙар бүлеге хеҙмәткәренән ҡануниәтте ныҡлап өйрәнеү, юғары иғтибар, бөхтәлек, эште тиҙ һәм еренә еткереп башҡарыу талап ителә. Ойоштороу һәләте, һәр кеше менән уртаҡ тел таба белеү Надежда Александровнаға был бурыстарҙың барыһын да теүәл үтәргә ярҙам итә. Эшлекле, һәр нәмәлә тәртип яратҡан ханым бөтә был сифаттарҙы эшендә уңышлы ҡуллана.
Уңған ҡатын ошо уҡ хужалыҡта ғүмер буйы тракторсы булып эшләгән тормош иптәше Владимир Вениаминович менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн Ксения – Түбәнге Бобин мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, Вера – “Ленинский” АПК-һында ашнаҡсы. Улар ата-әсәләренә дүрт ейән бүләк иткән.

Автор:Айгуль  Шарапова