Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
13 Сентябрь 2021, 09:10

Клиенттарының рәхмәте – хеҙмәтенә ҙур баһа

Хәҙерге заман матурлыҡ индустрияһын сәс киҫеүсе оҫталарҙан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ниндәйҙер ҙур саралар-ҙа, сығарылыш кисәләрендә һәм көндәлек тормошта үҙеңде ышаныслы итеп тойоу өсөн һәр яҡлап камил булырға кәрәк. Әммә ҡай-һы ваҡыт үҙ аллы сәсте матур итеп һалыу мөмкин булмай. Шул саҡта беҙ парикмахерҙарға өмөт менән киләбеҙ.

Клиенттарының рәхмәте – хеҙмәтенә ҙур баһа
Клиенттарының рәхмәте – хеҙмәтенә ҙур баһа

Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Гламур” матурлыҡ салонында өсөнсө разрядлы мастер Светлана Ершова үҙ эшен камил белеп башҡара. Ул Екатеринбург ҡалаһында тыуып үҫкән. Беренсе кластан уҡ парикмахер булыу тураһында хыяллана һәм 2007 йылда теләгенә ирешә. Мәктәпте тамамлағандан һуң парикмахер оҫталығы училищеһына уҡырға инә. Парикмахер-универсал һөнәрен алып, Екатеринбург ҡалаһының “Марго” матурлыҡ салонына урынлаша.
– Тәүҙә көн оҙоно аяҡ өҫтө тороу ауырыраҡ ине, әммә ваҡыт үтеү менән өйрәнелә, – ти Светлана. – Клиенттар төрлө. Тәү әҙерҙә клиенттарға килешерлек прическаларҙы тәҡдим итергә ҡурҡа инем. Бергә эшләгән ҡатын кәрәк ерендә әйтеп ебәреп, һәр башланғысымда хуплап торҙо.
Хәҙер Светлана сәсте нисек итеп киҫтергәндә яҡшыраҡ булырын, ниндәй төҫ килешерен ышаныслы әйтеп бирә. Ә шулай ҙа һуңғы һүҙ – клиенттыҡы.
2011 йылда ул Оло Ыҡтамаҡҡа күсеп килә һәм “Гламур” матурлыҡ салонында эшен дауам итә.
– Парикмахер эше ауыр, әммә ижади, – ти оҫта, – көн һайын яңы образ булдыраһың. Иң мөһиме – клиенттың теләген аңлау. Һәр кем үҙенсәлекле: кемгәлер оҙон сәс килешә, икенсегә – ҡыҫҡа. Мин һәр клиентыма прическаһының үҙенсәлектәрен ентекле аңлатам.
Парикмахер – ул сәсте тарап киҫкән, буятҡан, прическалар яһаған оҫта ғына түгел, ә психолог та. Ҡайһы бер клиенттар сәстәрен киҫтергән арала һөйләшеп алырға ярата: һәр кемдең үҙ мәшәҡәттәре, шатлыҡ-ҡыуаныстары.
– Мин эшемде бик яратам һәм башҡа һөнәргә һис алмаштыраһым юҡ. Килгән кешеләрҙең салондан ҡыуанып, бәхетле булып сығып китеүҙәрен күреү – кинәнес. Уларҙың күҙҙәре бал-ҡып китә, ихлас йылмаялар, – ти парикмахер.
Светлана ғаиләһе менән бәхетле: ире хәстәрлекле, яңы ғына балалар баҡсаһына йөрөй башлаған улы бар. Ул – оҫта хужабикә, изге күңелле ҡатын.

Автор:Лариса РИЗВАНОВА