Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
8 Сентябрь 2021, 09:30

Район бюджеты – етди эш

8 сентябрҙә илдә Финансистар көнө билдәләнә. Был көндө ҡотлауҙар ҡабул итеүселәр араһында район хакимиәтенең финанс идаралығы коллективы ла бар. Уларҙың яйға һалынған командаһы районда тотороҡло эшләүселәрҙең береһе булып иҫәпләнә.

Район бюджеты – етди эш
Район бюджеты – етди эш

– Беҙҙең коллективта 14 кеше хеҙмәт итә. Уларҙың барыһы ла үҙ бурысына яуаплы һәм намыҫлы ҡарай. Төрлө программаларҙы, сараларҙы ваҡытында һәм өҙлөкһөҙ финанслау буйынса иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә хәл итеүгә һәләтлеләр, бюджет һәм һалым ҡануниәте нескәлектәренә тиҙ төшөнәләр, – тип һөйләй 22 йылдан ашыу ойошма менән идара итеүсе Айҙар Әхмәтшин.
Коллективтың профессионаллеге эштәренең һөҙөмтәһендә сағыла: район бюджеты ваҡытында формалаштырыла, финансистар раҫланған бюджеттың үтәлешенә һәм билдәләнгән ваҡытҡа ойош- маларҙы финанслауға ирешә.
Район хакимиәтенең финанс идаралығы хеҙмәткәрҙәре төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашалар һәм һынатмайҙар. Әйтәйек, 2019 һәм 2020 йылдар йомғаҡтары буйынса улар “Йәмәғәт финанстары менән идара итеү өлкәһендә Рәсәйҙең иң яҡшы муниципаль берәмеге” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулай. 2020 йылда граждандар өсөн бюджет бүлеү буйынса республиканың проекттар конкурсында беренсе урын ала. Муниципаль финанстар менән идара итеү сифатына баһа биреү буйынса 2014, 2015, 2018, 2019 һәм 2020 йылдарҙа районға беренсе дәрәжә бирелә, 2016 һәм 2017 йылдарҙа – икенсе дәрәжә. Йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Финанстар министрлығы бюджет мәғлүмәттәренең асыҡ булыуына мониторинг үткәрә. Уның һөҙөмтәләре буйынса райондың финанстар идаралығы 2020 йылда – беренсе, 2019 йылда икенсе урын биләй.
Флүзә Иҡсанова ойошмала 16 йылдан ашыу эшләй. Һөнәр һайлағанда әсәһенең бухгалтер булып эшләгән бер туғаны – Флүзәнең ағаһы – йоғонто яһай.
Флүзә Мәғәсүм ҡыҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се мәктәбен тамамлай. Ул бәләкәйҙән тәртип ярата, һәр дәрескә етди әҙерләнә. Шуға ла Өфө финанс техникумына бөтә һынауҙарҙы ла еңел үтә. Һөнәри белем алғандан һуң, банк системаһында эш башлай һәм унда 28 йыл хеҙмәт итә. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай.
Бөгөн ул – район хакимиәте финанстар идаралығының бюджет үтәлеше секторы мөдире. Уның бурысы – билдәләнгән лимит сиктәрендә муниципаль район бюджетын тотоноуға контроль буйынса эште ойоштороу. Бындай бурыс профессионаллек һәм төплө белемдән тыш, йыйнаҡлыҡ, ентеклелек һәм кешеләр менән эшләй белеүҙе талап итә. Изге күңелле ҡатын һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер. Флүзә Мәғәсүм ҡыҙы бик баҫалҡы кеше, ләкин был уға тик һөйкөмлөлөк кенә өҫтәй. Әйткәндәй, уның юлын ҡыҙы һайлай: Эльнара Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы финанстар университетын тамамлай. Бөгөн ул – Башҡортостан Республикаһының Финанстар министрлығы хеҙмәткәре.

Район бюджеты – етди эш
Район бюджеты – етди эш
Автор:Айгуль  Шарапова