Мәсетле тормошо
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
31 Август 2021, 10:20

Табип – кешене, ә ветеринар кешелек донъяһын дауалай

31 августа ветеринария хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй.

Табип – кешене, ә ветеринар кешелек донъяһын дауалай
Табип – кешене, ә ветеринар кешелек донъяһын дауалай

Ветеринар – намыҫлы һәм кешелекле һөнәрҙәрҙең береһе. Мәсетле районы ветеринария хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт юғары профессионализм, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалыуҙары һәм һәр ваҡыт төрлө шарттарҙа ярҙамға килергә әҙер булыуҙары менән айырылып тора.
Ветеринария хеҙмәте алдында мөһим бурыстар ҡуйылған. Был районда эпизоотик хәл именлеген һаҡлау; ветеринар-санитар мөнәсәбәттә хәүефһеҙ булған сеймал һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү; халыҡты кешеләр һәм хайуандар өсөн уртаҡ булған сирҙәрҙән һаҡлаусы сараларҙы башҡарыу, шулай уҡ район территорияһын ауырыу хайуандарҙан һаҡлау.
Мәсетле ветеринария станцияһында тәжрибәле ветеринария табибы Миләүшә Хамматова етәкселегендә татыу команда эшләй. Алған белемен дөрөҫ ҡулланыу һәм ойоштора белеү һәләте, шулай уҡ коллективтың оҫта эш итә белеүе һөҙөмтәһендә районда эпизоотик хәл именлеге кәрәкле кимәлдә һаҡлана, малсылыҡтың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге ветеринар-санитар мөнәсәбәттә тәьмин ителә. Ул эшләгән осорҙа административ һәм дөйөм һорауҙарға ҙур иғтибар бүленә: учреждениеның матди-техник базаһы нығытыла, ветеринария станцияһында ветеринария дарыуханаһы асыла.
Район һәм граждандарҙың шәхси ярҙамсы хужалыҡтарының эпизоотик хәл именлеген 25 йыллыҡ эш тәжрибәһе булған эпизоотик хәлгә ҡаршы саралар бүлеге начальнигы Зимфира Топычканова күҙәтә. Уның эшенең иң мөһим йүнәлештәренең береһе – хайуандарҙың йоғошло һәм инвазия сирҙәрен иҫкәртеү, дауалау һәм бөтөрөү буйынса дәүләт заданиеһын үтәү.
Райондың ауыл биләмәләрендә территорияның ветеринар-санитар хәлен, беркетелгән объект, йорт, йәмәғәт хужалығы малдары һәм ҡоштарының сәләмәтлеген юғары класлы белгестәр тәьмин итә. Дыуан-Мәсетле ветеринария участкаһында – Венер Хәсәнов һәм Фуат Ғәлимов, Әләгәҙҙә – Валерьян Хилажев һәм Ирина Ваганова, Ләмәҙтамаҡта Раил Мөхәмәтов эшләй.
Яңы Мишәр ветеринария участкаһы етәксеһе Фаиз Муллабаев, Йонос участкаһы етәксеһе Раян Кашапов үҙ эштәренә яуаплы ҡарай, намыҫлы башҡара.
Яңы Яуыш ауыл биләмәһе халҡы участка дауалау пункты мөдире Әминә Абдрахманова һәм ветеринария санитары Айнур Хафизовты, Оло Аҡа ауыл биләмәһе халҡы Булат Әлимбаевты, Яңы Мөслим халҡы Рәйес Саҙиҡовты һәр ваҡыт хөрмәт менән телгә ала.
Ростов ауыл биләмәһендә йәш белгес Айгиз Әсмәндиәров ветеринар фельдшеры вазифаһын башҡара. Ул дөрөҫ диагностика үткәрә, дауалау тәғәйенләй һәм йорт ҡоштары, малдарҙың төрлө ауырыуҙарын булдырмау өсөн профилактик саралар тураһында аңлата. Ул ветеринария эшен ойоштороу һәм камиллаштырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн райондың иң яҡшы ветеринария фельдшеры тип танылды.
Коллективта ветеринария табиптары Эльвира Ғәлимйәнова, Иҙелман Ниғмәтуллин, Елена Шабанова, шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ ветеринария участкаһы мөдире, ветеринария санитары Зифа Мөхөтдинова абруй һәм хөрмәт яуланы.
Учреждениеның дарыуханаһында һатып алыусыларға малдар өсөн дарыуҙарҙың тәғәйенләнеше тураһында тулы консультация биргән тәжрибәле белгес С. Ф. Домрачева эшләй.

Табип – кешене, ә ветеринар кешелек донъяһын дауалай
Табип – кешене, ә ветеринар кешелек донъяһын дауалай
Автор:Наталья  Русинова