Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
13 Август 2021, 10:30

Спортҡа һөйөү ғаиләлә үк тәрбиәләнә

14 август – физкультурниктар көнө Йола буйынса августың икенсе шәмбеһендә беҙҙең илдә Физкультурниктар көнө билдәләнә. Был яҙмышын спорт менән бәйләгәндәр – тренер, төрлө физкультура факультеты лекторҙары, спортсылар һәм, әлбиттә, физкультура уҡытыусыларының байрамы.

Спортҡа һөйөү ғаиләлә үк тәрбиәләнә
Спортҡа һөйөү ғаиләлә үк тәрбиәләнә

Педагог һөнәрен башҡа һөнәрҙәр менән сағыштырып та булмай, сөнки ул – эш кенә түгел, ә күңел байлығы. Был фиҙаҡәр хеҙмәт үҙ белемеңде, көсөңдө тиҫтәләгән, йөҙләгән кешеләр менән уртаҡлашыуға йүнәлтелгән. Бала сағында шәфҡәт туташы булырға хыялланған Илзида Рәфҡәт ҡыҙы педагог һөнәрен һайлауына бер ҙә үкенмәй.
Ул Бурансы ауылында күп балалы ғаиләлә иң өлкәне булып донъяға килә. Атаһы –колхозда тракторсы, әсәһе – сусҡа ҡараусы. Кесе йәштән өлгөр, әүҙем ҡыҙ булып үҫә, мәктәптә үткән спорт ярыштарында ҡатнаша, призлы урындар яулай.
Өлкән кластарҙа Дыуан-Мәсетле мәктәбендә уҡыуын дауам итә, республика туристик слет ярыштарында команда составында ҡатнаша. Тап ошо ярышта судьялар командаһы барлыҡ ҡатнашыусылар араһынан уның һәләтен билдәләй. Улар команда етәксеһе менән һөйләшкәндән һуң, Илзидаға Стәрлетамаҡ физик культура техникумында уҡытыусы һөнәрен алырға тәҡдим итә. Йәш ҡыҙ, кәңәште тотоп, уҡыу йортона уҡырға инә.
1990 йылда, техникумды тамамлағандан һуң, Мәләкәҫ урта мәктәбендә эш башлай. Бер йылдан үҙе тамамлаған Дыуан-Мәсетле мәктәбендә урын тәҡдим итәләр, бөгөн дә ул ошо белем усағында уңышлы эшләп килә. Аҙаҡтан йәш педагог һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт педагогия институтында юғары белем ала.
– Уҡытыусы башҡа һөнәр эйәләренән айырылып тора: ул балалыҡ, үҫмер саҡ, йәшлек, кешенең бер маҡсатҡа табан барған туҡтауһыҙ хәрәкәте менән бәйле, – тип һөйләй Илзида Рәфҡәт ҡыҙы. – Уҡытыусы үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән бергә үҫә, күңелен һалып, йөрәк йылыһын уртаҡлашып эшләй.
Тәрбиәләнеүселәре уны ярата, хөрмәт итә. Үҙе лә гел спортҡа ынтыла, уҡыусылары өсөн өлгө булып тора. Илзида Мөхәмәтова районда уҙған спорт сараларында ҙур теләк менән ҡатнаша, приз-лы урындар яулай. Белем биреү учреждениеһында 30 йыл эшләү осоронда уның хеҙмәте күп һанлы рәхмәт хаттары һәм грамоталар менән билдәләнгән.
Унда барлыҡ яҡшы сифаттар тупланған: һәләт, күңел йылыһы, аҡыл, һиҙгерлек, сыҙамлыҡ, бөтмәҫ көс-ҡеүәт, аңлай белеү, ихласлыҡ. Ул балаларҙы спорт менән шөғөлләнгән ысын кеше булырға өйрәтә. Бөгөн етенсе кластың етәксеһе лә.
Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуып үҫкән тормош иптәше Фәрҙиән Миңлеәхмәт улы менән Ҡырмыҫҡалы районында уҙған мәктәп туристик слетында таныша. Армия хеҙмәтенән һуң ул Күмертау педагогия училищеһында физкультура уҡытыусыһына уҡый, аҙаҡтан Башҡорт дәүләт педагогия институтында география факультетын тамамлай.
Хеҙмәт юлын Дыуан-Мәсетле мәктәбендә Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы булып башлай, бер нисә йыл мәктәп директоры вазифаһын башҡара. 2012 йылдан Дыуан районындағы Республика лицей-интернатында физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Бер юлы Мәсетле районы спорт мәктәбендә хоккейсылар тәрбиәләй, шахмат уйнарға ярата.
Уртаҡ ҡыҙыҡһыныу булған, бер-берҙәрен ярты һүҙҙән аңлаған, һәр ваҡыт ярҙамға ашыҡҡан Мөхәмәтовтар ғаиләһе татыу йәшәй. Уларҙың ғаиләһендә балаларына һөнәр һайлау мәсьәләһе тормай. Өлкән ҡыҙҙары Илфиә әсәһе Илзида Рәфҡәт ҡыҙының балалыҡ хыялын тормошҡа ашыра – Һатҡы медицина техникумын уңышлы тамамлап, Екатеринбург ҡалаһында шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөй. Бәләкәй саҡтан еңел атлетика менән мауыға, мәктәптә, һуңынан техникумда
уҙған спорт ярыштарында ҡатнаша. Бөгөн ул Урал дәүләт физкультура университеты филиалы – Башҡорт физик культура институтында спорт һәм адаптив физик культура факультетында юғары белем ала. Улдары Фәнүр – Данис Зарипов исемендәге хоккей турниры чемпионы, Красноуфимск педагогия колледжын тамамлап, контракт буйынса хеҙмәт итә. Кесе ҡыҙҙары Фирҙәүес һиге- ҙенсе класта уҡый, ГТО-ның алтын миҙалына лайыҡ, гимнастика менән шөғөлләнә.
Спортҡа һөйөү ғаиләлә үҡ тәрбиәләнә. Кеше сәләмәт тормош алып бара, спорт һәм физкультура менән шөғөлләнә икән, тимәк, ул сирҙәргә бирешеп бармай, тип иҫәпләй Илзида Мөхәмәтова.

Спортҡа һөйөү ғаиләлә үк тәрбиәләнә
Спортҡа һөйөү ғаиләлә үк тәрбиәләнә
Автор:Лариса РИЗВАНОВА