Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
8 Август 2021, 09:00

Район үҫешенә үҙ өлөштәрен индергәндәр

Йыл һайын август айының икенсе йәкшәмбеһендә беҙҙең илдә һөнәри байрам – Төҙөүселәр көнө билдәләнә. Быйыл ул 8 авгусҡа тура килә.

Район үҫешенә үҙ өлөштәрен индергәндәр
Район үҫешенә үҙ өлөштәрен индергәндәр

Беҙҙең райондың күп кенә кешеләре хеҙмәт эшмәкәрлеген тап ошо өлкә менән бәйләгән. Шулар иҫәбендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Рәзилә һәм Рәйес Ғәниевтар ҙа бар. Тайыш ауылынан сыҡҡан төҙөүселәр районда төрлө торлаҡ йорт һәм социаль объекттар төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә.
Рәзилә Тимерғәзе ҡыҙы оҙаҡ йылдар крансы булып эшләй. Был һөнәргә ул осраҡлы тап була.
– Мәктәпте тамамлағандан һуң әхирәтем менән Өфө ҡалаһына уҡырға инеү өсөн киттек. Әммә беҙ документтар тапшырырға һуңланыҡ. Шулай итеп, туғандар йәшәгән Златоуст ҡалаһына юлландыҡ. Урам буйлап китеп барғанда кран машинисына уҡырға саҡырған иғлан күреп ҡалдыҡ. Аҙаҡ тағы ла берәй ҡайҙа уҡырға инермен әле, тип уйланым. Әммә ваҡыт үтеү менән һөнәремде оҡшаттым, – тип һөйләй Рәзилә Тимерғәзе ҡыҙы.
Диплом алғандан һуң хеҙмәт юлы Силәбе ҡалаһындағы тимер-бетон заводында башлана.
– Беренсе тапҡыр башня кранына ултырғанда ҡурҡыныс булды. Аҙаҡтан өйрәндем, – тип хәтерләй ул.
Кейәүгә сыҡҡас, тыуған яҡтарына ҡайта. Бында кирбес заводына эшкә урынлаша. Һуңынан 23 йыл тимер-бетон заводында хеҙмәт итә. Әҙер продукция райондың төҙөлөш объекттарына оҙатыла. Оло Аҡа мәктәбен төҙөүҙә лә ҡатнаша.
Рәйес Рәфҡәт улы 1978 йылда колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһында (МСО) водитель булып эш башлай. 19 йыл дауамында ошо ойошмала эшләй һәм район Мәҙәниәт һарайы, БАМ, район дауаханаһының яңы бинаһы, Һабанаҡ ауылында клуб, Салйоғот ауылында кемпинг, колхоз һәм совхоздарҙа объекттар төҙөүҙә ҡатнаша.
Төҙөүселәр эҙе ерҙә оҙаҡ йылдарға ҡала. Колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһының һәр бинаһы, хеҙмәткәрҙәр һәм Мәсетле халҡы өсөн оло шатлыҡ ине. Ул ваҡытта комбинат районда торлаҡ һәм социаль әһәмиәтле объекттар “етештереү” буйынса төп ойошмаларҙың береһе булып тора.
Ойошмалар бер-бер артлы юҡҡа сыҡҡас, төҙөүселәр ғаиләһе эшһеҙ ҡала. Улар ҡул ҡаушырып ултырмай: үҙ эштәрен аса, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Рәзилә Тимерғәзе ҡыҙы һәм Рәйес Рәфҡәт улы ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Иң бәхетле өләсәй менән олатай хәҙер күп ваҡытын биш ейән-ейәнсәренә бағышлай. Улар-ҙың уңыштарына ҡыуанып йәшәй.
Ғәниевтарҙың ғаилә архивында тырыш хеҙмәттәре өсөн бер нисә тиҫтәнән ашыу почет грамоталары һаҡлана.
Төҙөүсе – ҙур оҫталыҡ талап иткән кәрәкле һөнәр. Ә бының өсөн эшеңде яратыу, фиҙаҡәр хеҙмәт, яуаплылыҡ һәм һәләт кәрәк. Рәзилә һәм Рәйес Ғәниевтарға был сифаттар тулыһынса бирелгән.

Автор:Айгуль  Шарапова