Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
8 Июнь 2021, 10:20

Әсәһенең аманатын үтәй

6 июндә, бөйөк рус яҙыусыһы Александр Пушкиндың тыуған көнөндә, рус теле көнө билдәләнә.

Илебеҙҙә йәшәгән һәр кем өсөн рус телен белеү үтә лә мөһим. Бөгөн, бар донъя интернет селтәренә тоташҡан һәм телевидение мөһим урын алып торған заманда, бигерәк тә.
Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – рус һүҙен яратҡан, образлы фекер йөрөтә белгән, үҙ белеме менән уртаҡлашырға әҙер һәм теләге булған кешеләрҙең һөнәре. Ләйсән Раиф ҡыҙы Абдулхаева – нәҡ ошондай педагог.
Ул Борғатъя ауылында тыуған. Тыныс һәм аҡыллы ҡыҙ бала булып буй еткерә. Атаһы ҡарауылда тора, әсәһе китап магазинында эшләй, шуға күрә өйҙәрендә китаптар күп була һәм был, әлбиттә, киләсәктә һөнәр һайлауына йоғонто яһай.
Һәр кешенең тормошонда уның яҙмышына йоғонто яһаусы уҡытыусыһы була. Ләйсән Раиф ҡыҙы өсөн ул – талапсан һәм мөләйем, белемле һәм һиҙгер уҡытыусыһы Гөлсәсәк Риза ҡыҙы Сафина. Остазының һабаҡтарын ул әле лә яҡшы хәтерләй. 1-се Оло Ыҡтамаҡ мәктәбен тамамлап, Ләйсән Абдулхаева М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. “Әсәйем минең уҡытыусы булыуымды теләне”, – тип хәтерләй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
2004 йылда Башҡорт гимназияһында практика үтергә тура килә. Өмөтлө йәш белгесте шунда уҡ эшкә саҡыралар. Артабан уҡыу йортон ситтән тороп тамамлай һәм 2007 йылда юғары белем тураһында диплом ала.
Педагог һөнәре кешенән төплө белем генә түгел, ә рух ныҡлығы һәм сабырлыҡ талап итә. Етенсе класс уҡыусылары – уның беренсе ҡарлуғастары. Класс бик шуҡ була. Әммә был йәш уҡытыусыны бары тик сыныҡтыра. Ул – үҙ эшенең оҫтаһы, уҡыусылар күңелендә белемгә ынтылыу хистәре уятҡан, ҡыҙыҡлы һәм ҡабатланмаҫ мәктәп тормошона ылыҡтыра белгән һәләтле һәм талапсан педагог.
Ирина Ивановна Дремина – йәш уҡытыусының остазы. Ул коллегаһына кәңәштәре менән ярҙам итә, эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Балаларына төплө белем биреү өсөн уның эшмәкәрлек ваҡытында күпме көс, изгелек, ныҡышмалы хеҙмәт һалына. Балалар ҡыҙыҡһыныусан, төрлө конкурс, олимпиада, фәнни конференцияларҙа ҡатнашып, призер һәм еңеүсе исеменә лайыҡ була.
Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы өсөн эш һөҙөмтәһе ҙур әһәмиәткә эйә. Был уҡыусылар фәнде яҡшы белһен өсөн генә түгел, ә берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, артабан уҡыу йорттарына инһен өсөн башҡарыла. Уҙған уҡыу йылында 12 сығарылыш класс уҡыусыһының дүртәүһе рус теле буйынса дәүләт имтиханын тапшырғанда юғары балл йыя.
Шулай уҡ ул унынсы класты етәкләй, уҡыусылары ағымдағы уҡыу йылында өс тапҡыр “Иң яҡшы класс” исеменә лайыҡ булып, грамота менән бүләкләнде. Уҡыусылары менән Екатеринбург, Өфө ҡалаларына, “Йөрәккүл” милли паркына бара.
Ләйсән Раиф ҡыҙы сәйәхәт итергә, баҡса гөлдәре үҫтерергә ярата. Ғаиләһе өсөн ул яҡшы хужабикә, яратҡан ҡатын һәм ике ҡыҙға өлгөлө әсәй.