Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
28 Май 2021, 09:50

Үҙ эшенең оҫтаһы

Май айының һуңғы йомаһында иретеп йәбештереүселәр һөнәри байрамдарын билдәләй. Был көн осраҡлы һайланмаған – тап ошо ваҡыттан алып иретеп йәбештереүҙән башҡа мөмкин булмаған күләмле ремонт һәм төҙөлөш эштәре башлана.

Бөгөн барлыҡ етештереү тармаҡтарында был һөнәр ҙур һорау менән ҡулланыла. Ҡатмарлы конструкция, механизм, бина, ҡоролманың сифаты, ныҡлығы, оҙайлы ваҡыт ҡулланыуы һәм хәүефһеҙлеге иретеп йәбештереүсенең намыҫлы эш итеүенә бәйле.
Иретеп йәбештереү технологиялары юғары оҫталыҡ һәм яңылышмауҙы талап итә. Шуның өсөн дә был тармаҡта эш кеше ҡатнашлығынан башҡа бармай. Данил Ғарипов бөтә хеҙмәт юлын иретеп йәбештереүсе булып эшләй һәм үҙ эшенең ысын оҫтаһына әүерелә.
Ул Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылында тыуып үҫә. Урындағы мәктәпте тамамлай. 2002 йылда Өфәле училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен алып сыға. Данил был һөнәргә һорау һәр ваҡыт ҙур булғанлыҡтан һәм хеҙмәттең тейешенсә баһаланыуына бәйле иретеп йәбештереүсе һөнәрен һайлай.
Һатҡы ҡалаһы “Магнезит” компанияһында тәжрибә туплағандан һуң, йәш белгес Себер тарафтарына юл тота. Унда төрлө һауа шарттарында ҙур бейеклектә йәиһә ҡыҫыҡ, уңайһыҙ урындарҙа эшләргә тура килә.
2007 йылда Данил Ғарипов ғаилә ҡора, Оло Ыҡтамаҡ ауылында өй һатып ала, ә вахта ысулы менән эшләү ҡыйынғараҡ төшә. 2017 йылда өҫтәмә белем алып, “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенә урынлаша, бөгөн дә ошо урында эшләй.
“Иретеп йәбештереүсе һөнәре хәүефле тип иҫәпләнә, сөнки төрлө шарттарҙа һәм юғары температура менән эшләргә тура килә. Әммә эш ҡыҙыҡлы, миңә оҡшай, уҡыуҙар ваҡытында иретеп йәбештереү тармағында барлыҡҡа килгән яңы алымдар һәм технологияларҙы өйрәнәбеҙ”, – тип һөйләй Данил Ғәйфулла улы.
Электротехника, металдарҙы иретеү үҙенсәлектәре буйынса белемгә эйә булмай, ҡайһы бер газ үҙенсәлектәрен, ҡулланылған ҡоралдың эшләү принциптарын белмәй тороп, оҫта иретеп йәбештереүсе булып китеү мөмкин түгел. Был эштә хәүефһеҙлек техникаһы һәм санитар нормаларҙы теүәл үтәү ҙә бик мөһим – аҙ ғына яңылышҡан осраҡта ла фажиғә эҙемтәләре менән янай.
Иретеп йәбештереүсе һөнәре күп көс, сыҙамлыҡ талап итә. Коллегалары уны яуаплы, үҙ эшен яҡшы белгән һәм оҫта башҡарған хеҙмәткәр, тип билдәләй. Ул алтынсы разрядҡа эйә – юғары класлы профессионал, ниндәй генә ҡатмарлы иретеп йәбештереү эше булмаһын, сифатлы итеп башҡара. Данил асыҡ сырайлы, изге күңелле кеше, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер.
Уның төп һөнәре күңеленә ятҡан шөғөлөнә әйләнә. Өйҙә буш ваҡытында яратҡан эшен башҡара: мейес һәм бәүелсәк эшләй. Ул яҡшы тормош иптәше, ике балаға хәстәрле атай.