Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
27 Май 2021, 09:50

Уникаль һөнәр эйәһе

Ниндәй йорт был – нурын сәсеп тора,Эсенә инһәң, күпме хазина!Кәштәләрҙә – аҡыл, аң-белем...Был серле йорт – китапхана.Китап йорто, китап донъяһы...Һәр кем өсөн асыҡ ишеге.Саҡырып тора олоһон-кесеһен – Китап һөйгән һәр бер кешеһен. Күпме серҙе һаҡлай был яҡты йорт,Китаптарҙа күпме мәғлүмәт!Тарихтарҙан ҡалған йәдкәрҙәр,Быуаттарҙан килгән яҙмалар.

Китапханасы – ниндәйҙер кимәлдә серле көскә эйә булған уникаль һөнәр. Изге тылсымсы кеүек, ул әкиәттәр һәм хыялдар, сәйәхәт һәм эҙләнеүҙәр донъяһы менән идара итә. Ошондай изге кешеләр булғанда, белем һарайы көндән-көн яңы уҡыусылар менән тулылана.
Башҡорт гимназияһы базаһында урынлашҡан район китапханаһы филиалында Людмила Николаевна Крючкова 1996 йылдан алып эшләй.
Был китапханасыны иҫкә төшөргәндә, беҙҙең уҡыусылар йөҙөндә ҡәнәғәт йылмайыу сағыла. Киң күңелле, асыҡ йөҙлө, балаларҙы һәр саҡ асыҡ сырай менән ҡаршы алған хеҙмәткәр тураһында һөйләгәндә, күңелдә яҡты хистәр генә тыуа. Людмила Николаевна бар ғүмерен китапхана эшенә һәм балаларға бағышлаған иҫ китмәле, ихлас һәм сағыу кеше. Уның китаптар донъяһынан уҡыусылар өҙөлмәй, сөнки Людмила Николаевнаға ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, ярҙамһыҙ ҡалдырмай, кәңәштәрен бирә, күңелдәрҙе күтәрә. Ул – белгес-универсал: психолог та, педагог та, китапханасы ла.
Китаптар күргәҙмәһе һәм виртуаль күргәҙмәләр, уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға ярҙам итеү, китапханала дәрестәр, консультация, класс сәғәттәре уҙғарыу, ҡайһы ваҡыт дәрес алып барыу – былар тынғыһыҙ китапханасы Людмила Николаевна башҡарған эштәрҙең бер өлөшө генә.
Вәсимә КОЖЕНКОВА,
Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһының тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.