Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
27 Май 2021, 09:00

Күңелдәрҙе дауалаусылар

27 май – Бөтә Рәсәй китапханасылар көнө

Йыл һайын 27 майҙа Бөтә Рәсәй китапханасылар көнө билдәләнә. Был көндө китапхана хеҙмәткәрҙәре, китап буйынса эксперттар, тәнҡитселәр ҡотлауҙар ҡабул итә.
Бөгөн ауыл китапханаһы урындағы халыҡҡа кәрәкле мәғлүмәт алырға ярҙам итеп һәм тәрбиә биреп, халыҡтың ялын ойоштороусы булып һаналған район, республика, ил һәм бөтә донъя китапханалар системаһын бәйләүсе звено булып тора. Ауыл китапханаһына халыҡ һорауҙарына яуап эҙләп мөрәжәғәт итә, бында һәр кешенең эске донъяһы, ауылдың һәм социумдың мәҙәни рухы формалаша.
Мәсетле үҙәкләштерелгән ауыл китапханалары системаһы үҙәк, балалар өсөн үҙәк модель, Әләгәҙ ауылы модель китапханаһын һәм район ауылдарында урынлашҡан 26 филиалды үҙ эсенә ала. Элек-электән үк китапханалар китапҡа һөйөү тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған һәм был эш әле лә дауам итә.
Мәсетле районы китапханалар аудиторияһында 13169 китап уҡыусы иҫәпләнә. Уҙған йылда 380005 дана китап файҙаланыуға бирелгән.
Хәҙерге заманда мәғлүмәт-коммуникация технологияларын үҙләштереү китапхана эшендә мөһим талаптарҙың береһе булып тора. Мәсетле районы китапханалары ла яңы талаптар буйынса үҙгәрештәр кисерә: райондың барлыҡ китапханалары һәм филиалдары компьютер менән тәьмин ителеп, интернет селтәренә тоташтырылған. Уҡыусы кәрәкле мәғлүмәтте китап аша ғына түгел, электрон форматта ла ала.
Мәсетле үҙәкләштерелгән ауыл китапханалары системаһында 36 кеше эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы әүҙем тормош позицияһы биләй: райондың мәҙәни һәм йәмәғәт тормошонда ҡатнаша, йәмәғәт ойошмалары, һайлау комиссиялары, ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзалары булып торалар. Былар барыһы ла ауыл халҡы алдында хөрмәт һәм ихтирам яулап, улар менән тығыҙ бәйләнештә, хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында булырға ярҙам итә.
Китапханалар хеҙмәткәрҙәре күпләп төрлө саралар үткәрә, китаптар күргәҙмәһе ойоштора. Иҫтәлекле һәм юбилейлы ваҡиғаларҙың береһе лә онотолмай, билдәләнеп бара. Китапханаларҙа уҙған саралар хаҡында мәғлүмәт интернет селтәрендә (“Бәйләнештә”, “Клас-таштар” һәм башҡа социаль селтәрҙә), мәҙәниәт бүлеге, район хакимиәте сайтында, шулай уҡ “Мәсетле тормошо” район гәзите аша хәбәр ителеп тора.
Һөнәри байрам уңайынан китапхана системаһында оҙаҡ йылдар эшләгән, бер нисә быуын мәсетлеләрҙе белемгә әйҙәгән һәм китапҡа һөйөү тәрбиәләгән хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләп үтке килә. Сәлиха Һаҙыева, Нәзирә Әхкәмова, Дамира Ғәлимова, Фазила Рамазанова, Дамира Баева, Рая Нафиҡова, Фәйрүзә Миннибаева, Сажиҙә Фәйзрахманова, Люциә Хәбибуллина, Нурия Ғүмәрова, Ольга Фефелова, Лидия Голдина, Гөлсирә Шафиҡова, Надежда Жданова, Рузеля Омелькова, Лилиә Юлдашева, Хәлиҙә Сибәғәтуллина, Зарифа Солтанова, Альмира Тәҡиуллина ғүмерҙәрен китап эшенә һәм китап уҡыусылар менән эшкә бағышланы.
Электрон китап һәм юғары технологиялар заманы булыуына ҡарамаҫтан, ябай китаптың бөгөн үҙ уҡыусыһы бар.