Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
30 Апрель 2021, 10:00

Именлек һағында торалар

Малайҙарҙы бәләкәйҙән ҡыҙыҡтырған, ер йөҙөндә иң мәрхәмәтле, иң ҡыйыу һөнәрҙәр араһында янғын һүндереүсе һөнәре почетлы урын биләй. Быуаттар алмашына, ә янғын һүндереүсе һөнәре иң кәрәклеләрҙең береһе булып үҙгәрешһеҙ ҡала – ут, төтөн, емерелеү кеүек бәлә-ҡаза менән алышта батырлыҡ күрһәтеп, үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, кешеләр ғүмерен, мөлкәтен һәм башҡа ҡиммәттәрҙе һаҡлап алып ҡала улар.

Мәсетле районы территорияһында урынлашҡан 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ саҡырыуға әҙер булыу, юғары профессионализм, тәүәккәллек, яуап-лылыҡ һәм ҡыйыулыҡ кеүек сифаттарға эйә.
– Беҙҙең коллективта ғәҙәттән тыш төрлө хәлдәргә әҙер булған 33 кеше эшләй, – тип һөйләй 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлеге начальнигы урынбаҫары Салауат Ямалетдинов. – Шәхси состав юғары профессиональ һәм физик әҙерлеккә эйә. Унан тыш, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр янғын һүндереү-ҡулланма спорты элементы булған, янғын һүндереүҙә әҙерлек талап иткән күнекмәләр менән шөғөлләнә. Районда уҙған уҡыуҙар эшенә ҙур иғтибар бүленә.
Янғын һүндереүселәр – ул, иң беренсе сиратта, оҙаҡ йылдар үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, йөкмәтелгән бурыстарҙы фиҙаҡәр үтәгән ябай халыҡ. Шәхси составтың 80 проценты бүлектә 10 йылдан күберәк эшләй. Бер тапҡыр ошо ҡатмарлы һөнәрҙе һайлағандар, уға оҙаҡ йылдар тоғро ҡала.
Коллективта үҙ эшен яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәр тупланған. Намыҫлы эшләгән ҡарауыл начальнигы Олег Фуфаев, Андрей Комлев, бүлек командиры Фәнис Әхтәров, водитель Рафас Бижанов, Илфат Вәлиев һәм Эдуард Федотовты айырым билдәләп үтергә кәрәк.
Янғын һүндереү техникаһы, файҙаланыу ваҡытына ҡарамай, һәр ваҡыт яҡшы техник торошта, кәрәк ваҡытта ҡулланыуға әҙер. Был – водителдәрҙең хеҙмәт һөҙөмтәһе. Беҙҙең янғын һүндереүселәр үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп, намыҫ менән үтәй. Күптәре тырышып эшләгәндәре өсөн район хакимиәте тарафынан рәхмәт хаттары, грамоталар менән бүләкләнде.
Кешеләрҙе, уларҙың мөлкәтен ҡотҡарыу, зыян күргәндәргә табип килеп еткәнсе ярҙам итеү эштәрен хәрби хәрәкәт тип атарға ла мөмкин. Янғын һүндереү буйынса яуаплы хеҙмәткәргә ҡайһы ваҡыт ҡуйылған бурысты үтәү, хеҙмәткәрҙәр хәүефһеҙлеге, кешеләрҙең ғүмерен һәм мөлкәтен ҡот-ҡарыу өсөн яуаплы ауыр ҡарар ҡабул итергә тура килә. Ә ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда, кисекмәҫтән ыңғай ҡарар ҡабул итеү – сетерекле һәм мөһим эш.
Янғын һүндереү часында осраҡлы, икеләнеп тороусы кешеләр юҡ һәм була алмай, сөнки янғын осрағында халыҡ мөлкәтенең именлеге һәм кеше ғүмерҙәре уларҙың оператив һәм теүәл эш итеүенән тора.
Һүрәттә: Икенсе дежур ҡарауыл (һулдан уңға): диспетчер Денис Хәбибуллин, водитель Илшат Мулләхмәтов, бүлек командиры Ришат Мөхәмәтйәров, ҡарауыл начальнигы Роберт Мирхәйҙәров, водитель Эдуард Федотов.