Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
21 Апрель 2021, 09:40

Төп бурыс – ауыл халҡы тормошон яҡшыртыу

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, 2013 йылдан алып 21 апрелдә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә. Был көн 1785 йылда Екатерина II тарафынан Рәсәйҙә урындағы үҙидара тураһындағы закондың үҫешенә башланғыс һалған “Ҡалаларға хоҡуҡ грамотаһы”на ҡул ҡуйыу көнө уңайынан булдырылған.

Мәсетле районы территорияһында халыҡ мәнфәғәтендә 108 муниципаль хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың береһе – Абдулла ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Зәлиә Абдулхаликова – һөнәри байрам алдынан “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2020” район конкурсында “Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр” номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде.
Зәлиә Фуат ҡыҙы был ойошмала хакимиәт барлыҡҡа килгәндән бирле эшләй һәм хеҙмәт стажы 25 йыл тәшкил итә. Уның хеҙмәте ауыр һәм яуаплы. Әммә тормош тәжрибәһе, һөнәри оҫталығы, тиҙ уртаҡ тел таба белеүе эштәр менән идара итеүсегә үҙ бурыстарын уңышлы башҡарырға ярҙам итә. Ул ауыл биләмәһе башлығының ауыл биләмәһе хакимиәте һәм совет эшмәкәрлеген ойоштороуҙы тәьмин итә, норматив документтар проекттарын әҙерләүҙе ғәмәлгә ашыра, Совет ултырышын ойоштороуҙа ҡатнаша, депутаттарға ярҙам күрһәтә, дөйөм алғанда, ауыл биләмәһенең бөтә документ эшен башҡара. Ҡайһы ваҡыт уға белешмә һәм документ күсермәһен алыуҙан тыш, консультация, кәңәш һәм ярҙам һорап та киләләр.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, бөтә Абдулла ауыл биләмәһе хакимиәте коллективы территория үҫешенә күп көс һала, ауыл халҡы тормошо яҡшырһын өсөн тырыша. Шуға ла ул районда иң төҙөк биләмәләрҙең береһе булып һанала.
Ауыл биләмәһендә хакимиәт менән үҙ эшен камил белгән һәм ҡуйылған маҡсаттарға ышаныслы барған хакимиәт башлығы Рәфис Носратуллин етәкселек итә. Ер эштәре буйынса белгес Зилара Ғәзизова ла яуаплы һәм үҙ бурыстарын теүәл, ваҡытында, аныҡ башҡара.
Был ауыл биләмәһендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу реформаһын индереү тулыһынса ғәмәлгә ашырылған: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн 23 майҙансыҡ төҙөлгән, эре сүпте йыйыу өсөн ике майҙансыҡ булдырылған, 46 контейнер алып ҡуйылған. Ауыл биләмәһе территорияһында санкцияланмаған сүплектәр тулыһынса бөтөрөлгән.
Ауыл биләмәһе халҡы “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында әүҙем ҡатнаша һәм ҡатнашыусыларҙың һан яғынан күплеге менән айырылып тора. Программаны ҡушылып финанслағанда һәр кешенән 3000 һумға яҡын аҡса йыйылған. Уҙған йылдарҙа программа ярҙамында биш проектты тормошҡа ашырғандар: юлды, фельдшер-акушерлыҡ пунктын ремонтлағандар, мәҙәниәт йортона яңы ҡорғандар һәм музыка уйын ҡоралдары алғандар, зыярат кәртәһен алмаштырғандар, ауыл советы эштәре өсөн яңы МТЗ-82 тракторы һатып алғандар.
Ауыл хакимиәте эшмәкәрлеге халыҡ менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә алып барыла. Ауылдаштары йәмәғәт эштәренә ҙур теләк менән сыға, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙерҙәр, күптәр үҙҙәре инициатива күрһәтә һәм ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә ҡатнаша. Әйтәйек, Абдулла ауылында уларҙың финанс ярҙамында янғын һүндереү депоһы һәм мәсет төҙөлгән, Ключевойҙа шишмә территорияһы төҙөкләндерелгән. Бөгөн бар халыҡ шәмбе өмәләренә әүҙем ҡушылды, уларҙа һәр ваҡыт 60-70-ләгән кеше ҡатнаша.
Һүрәттә һулдан уңға: Зәлиә Абдулхаликова, Рәфис Носратуллин, Зилара Ғәзизова.