Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
17 Апрель 2021, 10:00

Полицияла хеҙмәт итеү – булмыш

17 апрель – эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары көнө

Хәҙерге заман эске эштәр органдары үҙ ваҡытында тәртип һаҡлауға ҙур өлөш индергән хеҙмәт ветерандарынан башҡа мөмкин булмаҫ ине. Отставкалағы хеҙмәт ветерандары – хоҡуҡ һаҡлау системаһында хеҙмәт итеү йылдарында енәйәтселек менән көрәштә батырлыҡ һәм ихтыяр көсө күрһәткән кешеләр.
Сығышы менән Әжекәй ауылынан булған Алмаз Миңлеәхмәтов 20 йылдан ашыу эске эштәр органдарында эшләй. Ул күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһы – ферма мөдире, әсәһе – һауынсы, балалар ата-әсәһенә хужалыҡ эшендә ярҙамлашып үҫә. Буласаҡ хоҡуҡ тәртибе хеҙмәткәре мәктәптә яҡшы уҡый. Артабан агроном һөнәрен һайлап, Красноуфимск совхоз техникумына уҡырға инә. Тик уны тамамлап өлгөрмәй, хәрби хеҙмәткә алына. Армияла буласаҡ ҡатыны менән таныша. Әбйәлил районында тыуып-үҫкән ҡыҙ Петропавловск-Камчатка ҡалаһында төҙөлөштә эшләп йөрөй. Шунда улар өйләнешә.
Тыуған яғына ҡайтҡас, Алмаз Миңлеәхмәтов милицияла эшләйәсәген әйтә һәм шулай була ла – эске эштәр бүлегенә урынлаша. Хеҙмәт юлы патруль-пост бүлегендә башлана, ә хаҡлы ялға тәфтиш бүлеге начальнигы вазифаһында сыға.
Ниндәй генә дәрәжәгә ирешмәһен, ата-әсәһенән килгән тырышлыҡ һәм хеҙмәт яратыу сифаттары уны иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр рәтенә ҡуя.
Эске эштәр бүлегендә эшләү осоронда Елабуға махсус милиция урта мәктәбен, ә һуңынан Өфө милиция юғары мәктәбен тамамлай.
Полиция ветераны, хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡул ҡаушырып ултырмай: Рәсәй Һаҡлыҡ банкында рөхсәт системаһы инспекторы, “Ҡарағай” шифаханаһында һаҡ начальнигы һәм Төньяҡ-Көнсығыш электр селтәрҙәрендә һаҡсы булып эшләй. Шифаханала эшләгән ваҡытта умартасылар курсында уҡый һәм күңеленә хуш килгән шөғөл табып, бал ҡорттары үрсетә башлай.
Ҙур эш тәжрибәһе туплаған, намыҫлы хеҙмәткә әҙерләгән, фәһемле кәңәштәре менән уртаҡлашҡан тәүге остаздарын, коллегаларын яҡшы хәтерләй һәм әле лә улар менән бәйләнеш тота Алмаз Йәсәүи улы. Ул бер нисә йыл рәттән Мәсетле районы эске эштәр органдары ветерандары советы рәйесе булды, күп һанлы награда, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттарына эйә.
Еңел булмаған эштә яҡын кешеләреңдең ярҙамы бик кәрәк. Яратҡан, уның ябай булмаған хеҙмәтенә һәр саҡ аңлап ҡараған ҡатыны Рәмзилә Закирйән ҡыҙының рухи ярҙамы һайлаған һөнәренә тоғро ҡалырға ярҙам итә. Миңлеәхмәтовтар өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән улдары Винер – Ленинград өлкәһендә атом станцияһында слесарь булып эшләй, уртансы улдары Айгиз атаһы юлы менән китә – Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенең криминаль полиция начальнигы, кесе улдары Азамат – хирург. Бөгөн Алмаз Йәсәүи улы дүрт ейән-ейәнсәргә олатай.