Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
6 Апрель 2021, 16:15

Тикшереүҙе майор Ғәләев алып бара

6 апрелдә илебеҙҙә Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары тикшереү аппараты хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Байрам көнө алдынан Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтиш төркөмө начальнигы Илгиз Ғәләев яуаплы һәм ҡатмарлы һөнәре тураһында һөйләне.

– Нәфис фильм һәм сериалдарҙан ҡарап, тәфтишселәр хоҡуҡ боҙоусыларҙы урам буйлап ҡорал менән баҫтыра тип уйлайбыҙ. Ысынбарлыҡта иһә беҙ күберәк документ, шаһиттар, экспертиза материалдары, дәлилләүсе әйберҙәр менән эш итәбеҙ, – тип һөйләй ул.
Илгиз Ғәләев полиция хеҙмәтенә шунда уҡ килмәй. Атаһы – хоҡуҡ һаҡлау органдарында 20 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан полиция подполковнигы Венер Нәжип улы, хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы эш режимын яҡшы белгәнлектән, улының был өлкәлә эшләүен теләмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Илгиз Ғәләев Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, үҙен эске эштәр органдарында һынап ҡарарға була.
– Эске эштәр министрлығы штабында стажировка үткәндә, полиция хеҙмәткәрҙәре араһында уҙған үҙешмәкәр сәнғәт конкурсында ҡатнаштым. Миңә ваҡытлыса тәфтишсе костюмын бирҙеләр. Ошо ваҡыттан алып тикшереүсе эшен үҙләштереү уйы менән яндым. Хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн юридик юғары уҡыу йортона уҡыр-ға индем, – тип хәтерләй Илгиз Венер улы.
Хеҙмәт юлы тәфтиш бүлегендә 2015 йылда башлана, ә дүрт йылдан һуң төркөмдөң начальнигы итеп тәғәйенләй-ҙәр. Бөгөн Илгиз Венер улы иҫәбендә асылған енәйәт эштәре күп. Урлау, талау, үлем осрағы менән юл-транспорт ваҡиғалары, наркотик матдәләр таратыу һәм ҡулланыу менән бәйле енәйәттәрҙе асыҡлай ул хеҙмәттәштәре менән. Тәфтишсе билдәләүенсә, районда енәйәтселек торошо үҙгәреп тора, мутлашыусылар халыҡты алдауҙың көндән-көн яңы ысулын таба. Хоҡуҡ боҙоусыларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу өсөн күп мәғлүмәт йыйып, анализ яһарға, талап ителгән осраҡта суд экспертизаһы үткәрергә тура килә.
– Шәхси тәжрибәмдән сығып шуны әйтәм, енәйәттәр-ҙең төп өлөшөн алдан ошондай уҡ енәйәт ҡылып хөкөм ителгәндәр башҡара, 80 проценты иҫерек килеш ҡылына, – тип һөйләй ул.
Илгиз Ғәләев фекеренсә, һәр тәфтишсе көсөргәнешле хәлдәргә әҙер һәм тотороҡло холоҡло булырға тейеш. Тағы ла был хеҙмәт, енәйәт эшендәге мәғлүмәттәрҙе сағыштырып, уларҙан ысынбарлыҡтағы картинаны булдырыу өсөн, аналитик аҡыл талап итә. Иң мөһиме – кеше психологияһын яҡшы белеү, сөнки тикшереү барышында төрлө холоҡло кешеләр менән осрашырға, улар менән аралашыу юлын табырға тура килә.
Ә өйҙә майорҙы ҡатыны һәм балалары көтөп ала.