Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
25 Март 2021, 09:35

Сәнғәтте ғүмерлек юлдаш итеп

25 мартта иң ижади һөнәр эйәләре – мәҙәниәт хеҙмәткәр-ҙәре – байрамдарын билдәләй.

Сәнғәт кешеләре тураһында һөйләгәндә, сағыу, күңелле һәм тантаналы саралар, концерттар күҙ алдына килеп баҫа. Әйтерһең дә, уларҙың эше байрамдарҙан ғына тора. Әммә уның оло хеҙмәт һөҙөмтәһе икәнлеге хаҡында күптәребеҙ уйламай ҙа. Материал эҙләү, репетициялар, уйҙар менән үткәргән йоҡоһоҙ төндәр. Бына нимәләр аша үтергә кәрәк мәҙәни саралар юғары кимәлдә үтһен өсөн.
Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһенең Түбәнге Бобин ауыл клубында мәҙәни сараларҙы Лариса Каменца ойоштора. Лариса Михайловна Украинала ябай эшселәр ғаиләһендә тыуып үҫә: әсәһе ашхана мөдире була, атаһы – урман комбинатында водитель. Ҡыҙ бала сағынан уҡ һәләте менән айырылып тора: балалар баҡсаһына йөрөгәндә бейеү түңәрәгендә ҡатнаша, ә мәктәп йылдарында хорҙа йырлай.
Мәктәптән һуң еңел сәнәғәт училищеһына уҡырға инә, ә кистәрен бейеү менән шөғөлләнә. Тик яҡшы билдәләргә уҡып йөрөгән ҡыҙ Одесса еңел сәнәғәт институтына инергә йыйына. Курстағы ҡыҙыл дипломлы берҙән-бер студент булараҡ, уға Мәскәүгә путевка бирәләр.
Баш ҡалала ҡунаҡханала йәшәйҙәр, экскурсияларға йөрөйҙәр. Әхирәттәре уны “Йыл миҙгелдәре” балетына саҡыра. Ларисаның барырға теләге булмаһа ла, дуҫтарының һүҙен йыға алмай.
– Миңә сәхнәләге декорация бик оҡшаны. Унда артыҡ нәмә юҡ, костюмдар матур, бейеүселәрҙең хәрәкәттәре көйлө, матур музыка. Мин күргәндәремдән хайран ҡалдым, – ти Лариса Михайловна.
Баш ҡаланан илһамланып ҡайтҡан ҡыҙ артабан яҙмышын бейеү менән бәйләргә ҡарар итә. Мәҙәниәт-ағартыу училищеһында уға, хореографҡа уҡыр өсөн, өс йыл элек килергә кәрәк булыуын аңлаталар һәм режиссер һөнәрен һайларға тәҡдим итәләр. Был өлкәлә мөмкинлектәр ҙә күберәк, перспективалар ҙа ҙурыраҡ. Ҡыҙ ризалығын бирә һәм имтихандарҙы уңышлы тапшыра.
Дипломлы белгесте йүнәлтмә буйынса Дубриничи ауылына китапханасы итеп ебәрәләр. Йәш кеше дәртләнеп эшкә тотона: түңәрәктәр, иртәлектәр, походтар ойоштора – балалар менән әүҙем эшләй. Бейеүҙе лә ташламай ул: “Йәштәр ритмы” бейеү коллективы менән төрлө ҡалаларҙа сығыш яһайҙар, Чехословакияла булалар...
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2021 йылдың 23 мартта 24-се һанында уҡығыҙ.