Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
21 Март 2021, 09:00

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле халыҡты көнкүрештә хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре!

Һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Торлаҡ-коммуналь хужалығының көйлө эше, предприятиеларҙың эш системаһы тотороҡлоғо ауыл биләмәләре һәм бөтә ойошмаларҙың тулы эшмәкәрлегендә ҙур роль уйнай. Һеҙ үҙегеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән Мәсетле районы халҡы уңайлы йәшәһен өсөн йорт, ойошма, учреждениеларҙа уңайлы шарттар тыуҙыраһығыҙ. Һеҙҙең эшегеҙ һәр саҡ күҙ уңында, райондың һәр кешеһе көн дә һеҙҙең эш һөҙөмтәләрен яҡшы күрә һәм ыңғай баһалай.
Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ өсөн коммуналь уңайлыҡтар ғәҙәти күренешкә әйләнде, ә тармаҡлы ҙур коммуналь хужалыҡтың тотороҡло эшен тәьмин итеү өсөн ниндәй көс һалынғанын беҙ белеп еткермәйбеҙ. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре иңендә район тормошоноң бөтә өлкәләре өсөн яуаплылыҡ ята.
Халыҡтың көнкүрешен хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә, ветерандарына күп йыллыҡ хеҙмәттәре, эшкә яуаплы ҡарағандары өсөн ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Алдағы тормошоғоҙҙа тотороҡлоҡ, пландарығыҙҙың тормошҡа ашыуын, ҙур уңыштар, алға табан ышаныслы һәм маҡсатлы аҙымдар менән атлауығыҙҙы теләйбеҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға бәхет һәм именлек юлдаш булһын!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.