Мәсетле тормошо
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
21 Март 2021, 09:30

Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн

21 мартта халыҡты көнкүрештә хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе беҙҙең йәшәйешебеҙҙә мөһим урын биләй. Йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү системаһында саҡ ҡына өҙөклөктәр барлыҡҡа килеү менән беҙ нәҡ уларға мөрәжәғәт итәбеҙ.

Мәсетле районында халыҡты йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү, ҡаҙанлыҡтарҙы, йылылыҡ трассаларын, һыу селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү менән “Тепловик” йәмғиәте коллективы шөғөлләнә.
– Беҙҙең эшмәкәрлек раҫланған план буйынса алып барыла. Әлбиттә, төрлө һауа шарттары, башҡа сәбәптәр менән көтөлмәгән хәлдәр ҙә була. Әммә беҙ быларҙың барыһына ла әҙер булырға тейеш, сөнки беҙҙең бурыс – халыҡҡа уңайлылыҡ булдырыу, – ти “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Алмаз Хәйретдинов.
Был эштәрҙән тыш, ойошма тендерҙарҙа ҡатнашып, подряд ойошмаһы булараҡ эштәр башҡара. Мәҫәлән, 2020 йылда ғына улар Әләгәҙ ауылында Мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөгән, Свердловск өлкәһендә гидротехник ҡоролмаға, Мәсәғүт һәм Яңы Балаҡатай ауылдарында күп фатирлы өйҙәрҙең ҡыйыҡтарына капиталь ремонт яһаған, Оло Ыҡтамаҡ, Мәсәғүт, Яңы Балаҡатай, Салауат районының Мөрсәлим ауылдарында подъездарҙы ремонтлаған, канализация селтәрҙәренә капиталь ремонт эшләгән, балалар шифаханаһы территорияһын төҙөкләндергән.
Быйыл ҡыш сатлама һыуыҡтары менән хәтерҙә ҡалды. Ер тәрән туңыу сәбәпле, һыу системаһында проблемалар килеп тыуҙы. Системаның иҫке булыуы, уларҙың төҙөлөш нормалары буйынса һалынмауы, һыу торбаларын һалыу тәрәнлеген үтәмәү – былар барыһы ла һыу менән тәьмин итеү системаһы эшенә йоғонто яһай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәр-ҙәренә ошондай ваҡытта күп көс төшә лә инде.
Февралдә һауа шарттары бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуға бәйле һәр төн саҡырыу буйынса авария урындарына сығырға тура килде: күп фатирлы йорттарҙа мөрйәләрҙе, һыу торбаларын йылыттылар, аварияларҙы бө- төрҙөләр.
Һыу менән тәьмин итеү сифатын яҡшыртыу өсөн район “Таҙа һыу” федераль программаһына инде. Уның буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауылында һыу менән тәьмин итеү системаһын проектлауға аҡса бүленгән. 2021-2022 йылдарҙа проектлау эштәрен тамамлап, 2023-2024 йылдарҙа уны ғәмәлгә ашырыу көтөлә.
“Тепловик” йәмғиәтендә 21 кеше хеҙмәт итә. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенең көндәлек тырыш хеҙмәте менән район халҡына уңайлылыҡ булдыра.
Слесарь-сантехник Рим Сәлимгәрәев (һүрәттә) – өлгөлө хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Ул Мишкә районының Оло Шаҙы ауылында ябай ғаиләлә тыуып үҫкән. Дәрестәрҙән һуң әсәһенә эштә мейес яғырға ярҙам иткән егет нисек тә халыҡтың өй йылытыу эшен еңеләйтергә хыяллана. 1970 йылда Сәлимгәрәевтар Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә.
Мәктәптән һуң кирбес заводына эшкә урынлаша егет. Һуңыраҡ Мәскәүгә “Олимпийский” спорт комплексын төҙөү эшенә китә, йылылыҡ пункты буйынса слесарь-ремонтлаусы була. Был һөнәрҙе эш ваҡытында үҙләштерә. Бер юлы теорияны ла өйрәнеп, кәрәкле белемгә эйә була. Биш йылдан тыуған яғына ата-әсәһе янына әйләнеп ҡайта.
2008 йылдан Рим Сәлимгәрәев “Тепловик” йәмғиәтендә хеҙмәт итә. Күп фатирлы йорттарҙың йылылыҡ трассаларын һәм ҡаҙанлыҡтарҙы хеҙмәтләндереү инә уның бурысына. Авария булған осраҡтарҙа, тәүгеләрҙән булып төҙөкһөҙлөктәрҙе бөтөрөргә ашыға. Рим Дарс улы намыҫлы хеҙмәт итә, эшен бар күңелен һалып башҡара һәм яңы эш башлаусыларға остаз булып тора.