Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
12 Ғинуар 2021, 17:55

Законға хеҙмәт итәләр

12 ғинуар – Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө

2020 йылда район прокуратураһы ҡануниәт боҙоуҙың 573 осрағын асыҡланы, уларҙы бөтөрөү маҡсатында ойошма, урындағы үҙидара органдарының 85 законһыҙ локаль һәм норматив-хоҡуҡи акттарына протест яһаны, судҡа закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында 112 дәғүә ғаризаһы, шул иҫәптән бер миллион һумдан ашыу суммаға матди зыянды ҡайтарыу тураһында дәғүә бирҙе, улар ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде, ойошма, органдар һәм учреждениелар етәкселәре адресына 182 күрһәтмә бирелде, уны тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 179 вазифалы кеше дисциплинар яуап-лылыҡҡа тарттырылды. Район прокуратураһы ҡарарҙары буйынса дөйөм 400 мең һумдан ашыу суммала административ штраф тәғәйенләнеп, 75 вазифалы кеше административ яуап-лылыҡҡа тарттырылды.
Район прокуратураһы материалдары буйынса 4 енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм тикшерелгән.
Уҙған йылда район прокуратураһы тарафынан Мәсетле ҡулланыусылар кооперативы хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау буйынса саралар комплексы ҡабул ителде. Тикшереү барышында шул асыҡланды: кооператив етәксеһе, мөмкинселеге булып та, хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса бурысын түләүҙән ситләшкән, һөҙөмтәлә ойошманың хеҙмәткәрҙәр алдында бурысы барлыҡҡа килгән. Хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү маҡсатында район прокуратураһы судҡа 38 кеше мәнфәғәтендә дәғүә ебәрә. Бынан тыш, хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты барлыҡҡа килтергән Мәсетле ҡулланыусылар кооперативы етәксеһенә ҡарата район прокуратураһы материалдары буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 145.1-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса (ике айҙан ашыу тулы эш хаҡы түләмәү, өс айҙан ашыу өлөшләтә эш хаҡы түләмәү) енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде һәм тикшерелде.
2020 йылда район прокуратураһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә 36 хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡланы. Уларҙы бөтөрөү маҡсатында ойошмалар һәм учреждениеларға 18 күрһәтмә бирелде, улар ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде, ғәйепле кешеләр яуаплылыҡҡа тарттырылды. Мәҫәлән, юл эшмәкәрлеге өлкәһендә асыҡланған ҡануниәт боҙоу осраҡтары буйынса “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Мәсетле юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы, ҙур штраф һалынып, административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Мәғариф ойошмалары эргәһендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында уҙғарылған тикшереү барышында урындағы үҙидара органдарының мәктәптәр һәм балалар баҡсалары эргәһендә юл участкаларын Т.7 светофоры, ҡоймалар, юлда яһалма тигеҙһеҙлек һәм башҡа юл инфраструктураһы менән тәьмин итеү буйынса ҡануниәт талаптарын тейешле башҡармауы асыҡланды. Был ҡанун боҙоуҙы бөтөрөү маҡсатында район прокуратураһы уларҙы бөтөрөү һәм эштәрҙе башҡарыуҙы финанс тәьмин итеү тураһында муниципалитетҡа ҡарата дәғүә талаптары ебәрҙе. Суд район прокуратураһы дәғүәһен тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе. Һөҙөмтәлә әлеге мәлдә Оло Ыҡтамаҡ лицейы эргәһендә юл участкаһы тейешенсә эшләнде. Суд ҡарары башҡарылыуы район прокуратураһы контролендә.
Район прокуратураһы үҙ ҡарамағындағы территорияла коррупцияға ҡаршы ҡануниәттең үтәлешен тикшереүгә етди иғтибар бүлә. Уҙған йыл коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоуҙың 37 осрағы асыҡланды, уларҙы бөтөрөү маҡсатында тейешле саралар күрелде. Мәҫәлән, 2020 йылда район прокуратураһы күрһәтмәһе буйынса Мәсетле районы урындағы үҙидараһы органдарының береһенең башлығының, уға ҡарата ғәйепләү хөкөмөнөң законлы көсөнә инеүенә бәйле, вәкәләттәре туҡтатылды.
Район прокуратураһының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында уҙғарған тикшереүе һөҙөмтәһендә, мәнфәғәттәр конфликтына бәйле, медицина хеҙмәткәре эшенән бушатылды.
Элекке дәүләт хеҙмәткәрҙәренең коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте үтәүҙәрен тикшереү барышында БР Милек мөнәсәбәттәре министрлығы Мәсетле районы буйынса милек менән идара итеү буйынса комитетының элекке хеҙмәткәренең коммерция ойошмаһына эшкә урынлашҡанда хеҙмәткә урынлашыу тәртибен боҙоуы асыҡланды. Был осраҡтың закон боҙоу булып тороуына бәйле, район прокуратураһы күрһәтмәһе буйынса коммерция ойошмаһы элекке дәүләт хеҙмәткәре менән хеҙмәт мөнәсәбәттәрен өҙҙө.
Бынан тыш, уҙған йылда башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә Мәсетле район ветеринария станцияһында уҙғарған тикшереү һөҙөмтәһендә вазифалы кешенең ришүәт алыуы һәм уның эштә ялғанлауы асыҡланды. Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 3-сө өлөшө менән ҡаралған (законһыҙ ғәмәлдәр өсөн вазифалы кешенең ришүәт алыуы), шулай уҡ РФ Енәйәт кодексының 292-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса 10 енәйәт (хеҙмәттә ялғанлау) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды һәм тикшерелә. Енәйәт эшен тикшереү район прокуратураһы контроленә алынған.
Уҙған йылда район прокуратураһы судта енәйәт эштәре буйынса 144 дәүләт ғәйепләүен башҡарҙы, шул иҫәптән 27 ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт эштәре буйынса.
Енәйәт кодексының 162-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса (торлаҡҡа законһыҙ үтеү юлы менән талау) ҡылынған бер енәйәт эшендә дәүләт ғәйепләүсеһе аппеляцияһы нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы Юғары суды хөкөм ителеүсегә хөкөм ҡарарын ҡатыландырҙы.
Район прокуратураһы граждандар-ҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса системалы саралар уҙғарыуҙы, шулай уҡ үҙенең күҙәтеүе аҫтында булған биләмәлә федераль һәм республика ҡануниәтенең үтәлешен күҙәтеүҙе дауам итә.
Һулдан уңға: прокурор ярҙамсыһы Юлиә Халиҡова,
прокурор урынбаҫары Эльдар Гәрәев, район прокуроры Азамат Шәйбәков, 1 разрядлы өлкән белгес Айһылыу Мөхөтдинова,
водитель Илнур Хәкимов.