Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
22 Декабрь 2020, 11:00

Яҡтылыҡ һәм йылы өләшә

Беҙ хәҙерге заман тормошон утһыҙ һис күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Халыҡҡа уңайлы, йылы һәм яҡты булһын өсөн Мәсетле районы электр станцияһы коллективы, көн-төн менән иҫәпләшмәй, намыҫлы хеҙмәт итә. Фәих Зарипов был ойошмала оҙаҡ йылдар үҙ бурыстарын башҡара.

Ул тыумышы менән Яңы Мөслим ауылынан. Красноуфимск техникумының “техник-механик” факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлы “Сельхозхимия” ойошмаһында башлана, Жданов исемендәге колхозда, Усинск ҡалаһында быраулауҙа эшләй.
Һуңғы 22 йыл Мәсетле районы электр селтәрҙәрендә быраулаусы кран машинаһында машинист булып хеҙмәт итә.
– Миңә үҙемдең эшем оҡшай. Татыу коллектив, яңы техника, йылы гараж, запас частар менән ваҡытында тәьмин итәләр, – ти ул.
Мәҡәләнең тулы варианты гәзиттең 102-се һанында.