Беҙ бөтәбеҙ ҙә ҙур һәм күп төрлө, берҙәм хоҡуҡи донъяла йәшәй һәм эшләйбеҙ. Юрист хеҙмәте менән фай-ҙаланмаған бер генә лә һөнәр юҡтыр.Закондарҙы яҡшы белгән кешеләргә ауыр ваҡыттарҙа мөрәжәғәт итәбеҙ, мәҫәлән, үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы суд тәртибе ярҙамында яҡлауҙы һорап. Йә тормошобоҙҙағы ҡыуаныслы мәлдәрҙә – фатир, автомобиль һатып алғанда, бүләк юллау килешеүҙәрен рәсмиләштергәндә һәм башҡа төр һорауҙар тыуғанда.Татьяна Фефелова – йәш һәм перс-пективалы юрист. Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында юридик хеҙмәттәр күрһәтеү эшен яңыраҡ асҡан. Юридик өлкәлә ҙур эш тәжрибәһе туплаған: 15 йылдан ашыу төрлө ойошмаларҙа эшләй, ҡай-ҙа ғына булмаһын, һәр ерҙә юридик һәм башҡа закон нормаларын практикала ҡулланып, документтар тултырыу эше менән шөғөлләнә. – Юрист булырға мәктәптән үк хыяллана инем, – ти Татьяна Николаевна. – Был һөнәрҙе һайлауыма документ эштәренә ҡыҙыҡһыныу, закондарҙы белеү һәм тормошта ҡулланыу, кешеләргә ярҙам итеү теләге этәргес көс булды.Юриспруденция математика һәм медицинаға оҡшаш– унда ла теүәллек кәрәк һәм яңылышыу хаҡы бик юғары, сөнки бәләкәй генә тайпылыу ҙа кеше яҙмышын икенсе төрлө хәл итә.Асҡан эше хыялдарын тормошҡа ашыра. Хәҙер район халҡының закондарҙы яҡшы белгән, тәжрибәле белгескә килеп, борсоған һорауҙарын аныҡларға мөмкинлектәре бар.Татьяна Николаевна һатыу-һатып алыу килешеүен төҙөүҙә (әсәлек капиталы, субсидия, ипотека), бүләк, ризалыҡ, судҡа дәғүә белдергән, кире ҡағыу, ялыу яҙыу эшен башҡарырға һәм башҡа төр ярҙам күрһәтә. Мираҫ хоҡуғы, торлаҡ йорттарға, ер участкаларына, фатирға хоҡуҡтарҙы юллауҙа юридик хеҙмәт күрһәтә. Социаль яҡланмаған граждандарға борсоған һорауҙарына яуапты бушлай алыу мөмкинлеге бар. Риэлтор хеҙмәте, күсемһеҙ милек менән килешеүҙәрҙе юридик яҡтан оҙатыу эшен башҡара. Судта мәнфәғәттәрҙе яҡлаусы вәкил булып, шулай уҡ икенсе инстанцияларҙа һеҙҙең хоҡуҡты рәсмиләштереү мәсьәләһе буйынса сығыш яһай ала. 3-НДФЛ декларацияһын тултырыуҙа ярҙам күрһәтә.Өҫтәмә эштәр – документ күсермәһе, документты электронға күсереү, пленка менән ҡаплау, брошюраға нығытыу, текст йыйыу һәм баҫтырыу, шулай уҡ электрон почта аша ебәреү һәм ҡабул итеү эштәрен баш-ҡара.Юрист хеҙмәтенә Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 11а адресы буйынса 18-се кабинетҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин (һалым инспекцияһы янында). Телефон һандары: 8-919-617-42-79, 8-937-843-65-79.