Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
23 Ноябрь 2020, 13:49

Ҙур хыялдар менән янып йәшәй

21 ноябрҙә Бөтә донъя телевидение көнө билдәләнде. Был һөнәри байрамға ҡарата беҙҙең гәзит битендә район телестудияһы операторы Илгиз Зиятдинов тураһында мәҡәлә баҫылып сыҡты.

Киң мәғлүмәт сараһы өлкәһенә 2000 йылда эшкә килә ул. Унан алда, фотографтар курсын үтеп, район гәзите редакцияһында эшләй. Бер нисә йылдан урындағы телестудияға водитель булып урынлаша.
– Операторҙың эшен ҡыҙыҡһынып күҙәтә торғайным, – тип хәтерләй ул. – Миңә был бик ҡыҙыҡ тойолдо, камераға төшөрөргә өйрәнеү теләге тыуҙы. Ул ваҡыттарҙа камераларға кассеталар ҡуйыла ине, аппараттар ҙа икенсе. Ижади эш мине биләп алды һәм, күп тә үтмәй, оператор итеп күсерҙеләр.
Мәҡәләнең тулы варианты "Мәсетле тормошо" гәзиттең 93-сө һанында (20.11.2020).
ДУҪТАР, ХӘҘЕР МӘҠӘЛӘЛӘРҘЕҢ ТУЛЫ ВАРИАНТЫН ТИК ГӘЗИТТЕҢ ҠАҒЫҘ ВЕРСИЯҺЫНДА ҒЫНА УҠЫП БУЛАСАҠ. РАЙОНЫБЫҘҘЫҢ ЭШҺӨЙӘР, ИЛҺӨЙӘР КЕШЕЛӘРЕ ТУРАҺЫНДА УҠЫҒЫҘ КИЛҺӘ, ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫҒЫҘ! БЕҘҘЕҢ МЕНӘН ҠАЛЫҒЫҘ!