Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
23 Ноябрь 2020, 15:00

Күңелдәрҙе дауалаусы

Психолог тигән һөнәр барлығы тураһында барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ, ә бына уның ни өсөн кәрәклеген һәм ни өсөн уға мөрәжәғәт итергә икәнлеген күптәр аңлап еткермәй. Йыш ҡына кешеләр психологка барыуҙан ситләшә, сөнки уның эҙемтәләре насар булып ҡуйырынан ҡурҡа. Әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа үҙеңә генә хәлде ныҡлап аңлап, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү мөмкин түгел, нәҡ шул ваҡытта психологтың профессиональ ярҙамы кәрәк тә инде. Беҙҙең районда Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методика үҙәгенең төньяҡ филиалы педагог-психологы һәм клиник психологы Гөлнара Шәйхелисламоваға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Ул тәжрибә туплаған яуаплы, баш-ҡарыусан, намыҫлы белгес. Хеҙмәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда дәүләт йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуға ҙур өлөш индергән өсөн Баш-ҡортостан Республикаһында Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Почет грамотаһы һәм күп һанлы рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Һөнәри байрамы – 22 ноябрҙә билдәләнгән Психолог көнө уңайынан беҙ уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Мәҡәләнең тулы варианты "Мәсетле тормошо" гәзитенең 93-сө һанында (20.11.2020)