Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
10 Ноябрь 2020, 11:50

Хоҡуҡ һаҡлаусылар сафында – йәш белгес

Бөгөн Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре – тормош мәғәнәһен Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙә күргән кешеләр һөнәри байрамдарын билдәләй.

Йәш белгес Алина Ғөбәйҙуллина – эске эштәр бүлеге хеҙмәтенең кесе лейтенанты. Ул Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегендә шәхси состав менән эшләүсе белгес бурысын башҡара. Бер йыл эсендә үҙен яуаплы һәм белемле хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Коллектив менән эш алып бара: хеҙмәткә килергә теләүселәр менән әңгәмә үткәрә, хеҙмәткәрҙәр һайлап алыу, уларҙы күсереү, полиция хеҙмәтенә яраҡлашырға ярҙам итеү, төрлө документтар, һәр хеҙмәткәрҙең шәхси эшен алып барыу, квалификация күтәреү, аттестация үтергә, белемде камиллаштырырға, һөнәри кимәлде күтәрергә яҙам итеү, эшкә алыу һәм вазифанан бушатыу бурысын башҡара.
Алина погонлы кешеләргә һәр саҡ хөрмәт менән ҡарай. Шуға ла мәктәпте тамамлағас, Ырымбур дәүләт университетының юридик факультетын һайлай. Хеҙмәт башлап ебәреүе еңелдән булмай, әммә маҡсатҡа ирешеүсәнлеге, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмауы, хеҙмәттәштәренең һәм туғандарының рухи ярҙамы бар ҡыйынлыҡтарҙы үтеп сығырға этәргес көс була.
Ғаиләлә уның был һөнәренә аңлап ҡарайҙар, сөнки тормош иптәше Таһир ҙа полиция хеҙмәтендә эшләп йөрөй. Ул Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. 2009 йылдан Рәсәй төбәктәрендә төрлө вазифаларҙа эшләй. 2017 йылда Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Кинологтар хеҙмәте үҙәгендә уҡып сыға, һуңынан Мәсетле районына эшкә ебәрелә. Йәмәғәт тәртибе, ватандаштарҙың именлеге, дәүләт һәм шәхси милек һағында тороусы ғаилә сығышы менән Күгәрсен районынан, дүрт йәшлек ул тәрбиәләйҙәр.
– Өйҙә ҡарағанға, эштә күберәк осрашабыҙ. Икебеҙ ҙә полиция хеҙмәтендә эшләгәс, ғаиләлә бер-беребеҙгә терәк булып, аңлашып йәшәйбеҙ, полиция формаһын кейгәс, уның бәҫен төшөрмәҫкә кәрәк, – ти улар.
Һөнәри байрамдары алдынан полиция капитаны Фәдис Сәфиевҡа, полицияның өлкән лейтенанты Владик Ғибәҙуллинға хеҙмәт бурыстарын намыҫлы башҡарғандары, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа һәм енәйәтселек менән көрәштә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшкәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы тарафынан рәхмәт белдерелде.